+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
8 Декабрь 2020, 10:37

Р. Хабиров үҫмерҙәр һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡларға ҡушты

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында теркәлгән үлемесле авария тураһында әйтеп, автоһәләкәтте «ауыр фажиғә» тип атаны.

Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил районында теркәлгән үлемесле авария тураһында әйтеп, автоһәләкәтте «ауыр фажиғә» тип атаны. Башҡортостан республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа был фәжиға сәбәптәрен асыҡларға ҡушты.
«ЮХХДИ менән берлектә Әбйәлил районында булған хәлгә иғтибар бүлегеҙ. Унда өс үҫмерҙең ғүмере ҡыйылды. Шулай уҡ аттарҙы контролһеҙ көтөүгә бәйле һорау бар. Бының өсөн административ яза ҡаралған, әлбиттә. Хәлгә тәрәнерәк төшөнөргә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: