Йәнгел һәм Атауҙы ауылдары араһындағы трассала төнгө сәғәт 3-тә Нексия автомобиленең юлға сыҡҡан ат менән ҡолонға бәрелеүе, һөҙөмтәлә автомобилдең юлдан төшөп китеүе арҡаһында 15-16 йәшлек өс үҫмер — ике егет һәм бер ҡыҙ һәләк була. Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, водитель танытмаһына эйә булмаған үҫмерҙең «йөрөп киләм», тип атаһының машинаһына ултырып сығып китеүе бына шундай ҡот осҡос һәләкәт менән тамамлана. Руль артында булған 16 йәшлек егет «Ашығыс ярҙам» машинаһында йән бирә. Ауыр йәрәхәттәр алған тиҫтерҙәш пассажирҙары — ике үҫмер ҡыҙ әлеге ваҡытта Белорет дауаханаһында.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен һәм һәләкәт ниндәй шарттарҙа булыуын асыҡлау буйынса тикшереү эштәре башлаған. Уның барышын район прокуратураһы контролгә алған. Тәфтиш органы тарафынан «Ике һәм унан да күберәк кешеләрҙең үлеменә килтергән юл хәрәкәте һәм транспорт сараларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу тура-һында»ғы 264-се статьяның 5-се бүлегенә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Район прокуроры вазифаһын башҡарыусы Р. З. Ғайсин ваҡиға урынында булған. Прокуратура шулай уҡ юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса закондарҙың үтәлешен һәм бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын профилактикалау буйынса шөғөлләнеүсе органдарҙың эшмәкәрлеген тик-шерергә ниәтләй.
— ЮХХДИ яғынан даими рәүештә водителдәргә ҡарата профилактик эш алып барыла. Дөйөм белем биреү учреждениеларында беҙҙең инспекторҙар бәлиғ булмағандар араһында тематик лекциялар, юл ҡағиҙәләре буйынса әңгәмәләр ойоштора. Юлдарҙа йөрөгән ҡарауһыҙ аттар мәсьәләһе район хакимиәте ҡарамағындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса комиссия ултырыштарында гелән күтәрелә. Юл-патруль хеҙмәте тарафынан район биләмәһендәге юлдарҙа малдарға төкөлөү осраҡтары буйынса мәғлүмәт даими еткерелеп тора. Ағымдағы йылда 11 ай эсендә малдарға төкөлөүҙең 37 осрағы теркәлде, — тип яуапланы был тәңгәлдә ЮХХДИ начальнигы Р. Х. Динисламов.
Юлда йөрөгән малдарға ҡағылышлы мәғлүмәтте район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтановтан алдыҡ. Ғәлим Наил улы район хакимиәтенең административ комиссияһы рәйесе лә:
— «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы хайуандарын көтөү тәртибе тураһында»ғы 401-се БР законы нигеҙендә һәр ауыл биләмәһе хакимиәте үҙ биләмәһендә мал көтөүен ойоштороуҙы үҙе яйлай. Көтөүҙәр ойоштороу мәсьәләһе, шулай уҡ йылҡы көтөүен дә, йыл һайын район Советы сессияһында ҡарала. Йыйын-йыйылыштарҙа ла ошо хаҡта күп һөйләйбеҙ. Аттарҙың өйөр-өйөрҙәре менән ирекле йөрөүҙәре фәҡәт Урал аръяғына ғына хас күренеш. Республиканың башҡа төбәктәрендә улай түгел. Аттарҙы көтөүсеһеҙ йөрөтөп ҡуйыуға бәйле юл-транспорт ваҡиғаларының күбәйеүе, сәсеүлектәрҙең тәләфләнеүе һуңғы биш йылда районда йылҡы тотоусылар менән йыйылыштар үткәреүҙе лә көн тәртибенә сығарҙы. Административ комиссия ла үҙ бурысын башҡарып килә. 2019 йылда йорт хайуандарын тейешенсә көтмәгән 390 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылһа, быйыл 11 айҙа 346 мал хужаһына протокол яҙылды, уларға бөтәһе 293500 һум күләмендә штраф һалынды. Ҡарауһыҙ малдарҙы бикләү өсөн район хакимиәте Таштимерҙә һәм Дәүләттә кәртәләр эшләтте. Бынан тыш, Рауил, Хәлил, Гусев ауыл биләмәләрендә лә, хужалары юллап килгәнсе ҡарауһыҙ малдарҙы бикләп тороу өсөн, махсус урындар бар. Әммә әсе хәҡиҡәт былар менән генә мал көтөүҙә тәртип булдырып булмауын дәлилләй. Бөгөн район буйынса 11 мең баш йылҡы иҫәпләнһә, шуларҙың 5700-е шәхси ҡулдарҙа. Шәхси хужалыҡтарҙа мал һанын сикләүсе закон юҡ. Депутаттарға ат тотоуға бәйле ҡаты закон сығарырға, бәлки, һалым индерергә ваҡыттыр.
Кисә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров үлемесле авария тураһында әйтеп, уны «ауыр фажиғә» тип атаны. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәксеһе А. В. Марзаевҡа, ЮХХДИ менән берлектә, Әбйәлил районында булған хәлгә иғтибар бүлергә ҡушты. «Шулай уҡ аттарҙы контролһеҙ йөрөтөүгә бәйле һорау бар. Бының өсөн административ яза ҡаралған, әлбиттә. Хәлгә тәрәнерәк төшөнөргә кәрәк. Баймаҡта булғанда был мәсьәләне күтәргәйнек. Уйларға кәрәк. Шундай ауыр фажиғә, аварияла өс бала һәләк булды», — тине Радий Хәбиров.
Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә бар. Ғәзиз балаҡайҙарын ер ҡуйынына һалған ата-әсәләргә бигерәк ауыр. Уларға һәм һәләк булған үҫмерҙәрҙең туғандарына психологик ярҙам күрһәтелә.