+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Декабрь 2020, 12:20

Төҙөк булмаған автомобилдәр контролгә алына

Эске эштәр министрлығы төҙөк булмаған автомобилдәрҙе контролдә тотоу тураһында закон проектын әҙерләй.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Эске эштәр министрлығы төҙөк булмаған автомобилдәрҙе контролдә тотоу тураһында закон проектын әҙерләй.
Төҙәтмәләргә ярашлы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы тормоз системаһы һәм рулдәре төҙөк булмаған автомобилдәрҙең диагностик карталарын туҡтатып тороу хоҡуғы аласаҡ. Ошондай тороштағы автомобиль ҡулланыусы водителгә штраф янай, ә автомобиль эвакуацияланасаҡ.
Тәүлектең ҡараңғы осоронда яҡтыртҡыстары йәки ямғыр ваҡытында тәҙрә таҙартҡыстары эшләмәгән автомобилдәрҙә йөрөүселәрҙе, инспекторҙар туҡтатып, артабанғы хәрәкәтен тыйасаҡ.
Һәр осраҡта автомобилисҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә, ҡабаттан техник тикшереү үтеүгә 72 сәғәт бирелә. Был закон проекты һуңғы йылдарҙа юлдарҙа төҙөк булмаған машиналар арҡаһында авариялар һаны артыуын, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеүен иҫәпкә алып тәҡдим ителә.
Читайте нас: