Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 12:01

Фажиғәле аҙна

Был аҙнала республикала янғын арҡаһында кеше ғүмерҙәре ҡыйылған фажиғәләр теркәлде.

Был аҙнала республикала янғын арҡаһында кеше ғүмерҙәре ҡыйылған фажиғәләр теркәлде. Бишбүләк районында ике фатирлы йортта сыҡҡан ут эсендә дүрт кеше — 1993 йылғы ир менән ҡатын һәм уларҙың 4 һәм 7 йәшлек балалары янып, һәләк булды. Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында төндә шулай уҡ шәхси ағас йортта янғын сыға. Утты һүндергәс емереклектәр араһында өс кешенең — ике ир һәм бер ҡатындың мәйете табылды. Ғафури районының Табын ауылында 9 декабрҙә 11 йәшлек малай ут ҡорбаны булды.
10 декабрҙә тағы бер фажиғә Благовещен районында теркәлде — унда 67 йәшлек ир үҙ йортонда янып үлде.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 10 декабргә ҡарата Башҡортостанда 10951 янғын осрағы булып, уларҙа 224 кеше, шул иҫптән 13 бала һәләк булған, 236 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Беҙҙең районда был ваҡыт эсендә 161 янғын иҫәпләнә — былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 14 осраҡҡа күберәк. Торлаҡҡа ут тоҡаныуҙың төп сәбәптәре элеккесә: ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү.
1-нән 8 декабргә тиклем генә янғын һүндереүселәр 10 саҡырыу алып, Асҡар, Тал Ҡусҡары, Шәрип, Ташбулат, Озерный, Әбйәлил, Тирмән, Зеленая Поляна ауылдарына ут һүндерергә сыҡты.
Асҡарҙа шәхси йортта сыҡҡан утта ир ауыр тән йәрәхәттәре алды, ул үҙәк дауахананың реанимация бүлегенә оҙатылды. Әбйәлил ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән өр-яңы йорт тулыһынса көл-күмергә әйләнде.
Ошо ҡурҡыныс осраҡтарға бәйле, тағы бер тапҡыр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртеп үтке килә.
Шәхси йорттар янғын сығыу хәүефе буйынса тәүге урында тора, сөнки мейес менән йылытылыусы өйҙәр күп. Ҡышҡыһын мейесте үтә ҡыҙыу яғыу арҡаһында кирбестәр йәки тимер ныҡ ҡыҙып, эргәһендәге ағас йә башҡа материалдан эшләнгән әйберҙәргә осҡон төшөп, ут тоҡанып китә. Хәҙер күптәрҙең утынды тиҙ генә яндырып ебәреү өсөн бәләкәй газ баллондары, тиҙ тоҡаныусан шыйыҡса ҡулланыуы ла хәүефле.
Электр системаһының төҙөклөгөн даими тикшереп тороу мотлаҡ. Сымдар йылдар дауамында туҙа, көсөргәнеш кисерә һәм йортта кер йыуыу машинаһы, электр плитәһе кеүек ҡеүәтле ҡорамалдарҙы бер юлы тоҡандырыу йәки үҙ аллы эшләнгән йылытҡыстарҙы файҙаланыу уларҙың иреүенә, төтәп, янып китеүенә килтерә.
Газды тәғәйенләнеше буйынса ғына ҡуланыу шарт. Күптәр, өйҙә һалҡын тип, газ плитәһенең утын яндырып ҡуйыуҙы ғәҙәт иткән. Ҡарауһыҙ ҡалған осраҡта ул һүнеп, йортто газ менән тултырыуы һәм бер генә осҡон арҡаһында шартлауы ихтимал.
Мунса һәм сауналарҙы дөрөҫ файҙаланмау ҙа хәүефле. Мунсаға ут тоҡаныу йыш ҡына мөрйәләрҙе ваҡытында тикшермәү, төнгөлөккә һүндерелмәгән усаҡ ҡалдырыу арҡаһында килеп сыға. Төтөн сығыу урындарын утҡа тотороҡло материалдар менән генә көпләргә кәрәк. Мунса яҡҡан осраҡта ундағы температура 200 градусҡаса етә, шуға бындай урындарҙа электр сымдарын тулыһынса изоляциялау талап ителә.
Балаларға үҙ аллы мейес тоҡандырырға, газ плитәһе менән эш итергә рөхсәт итмәгеҙ. Шырпыларҙы асыҡ урында ҡалдырмағыҙ, ул уйынсыҡ түгел икәнлеген ныҡлы аңлатығыҙ.
Яңы йыл байрамдары осоронда пиротехник саралар менән ипле эш итегеҙ. Спиртлы эсемлектәр шауҡымында йортта тәмәке тартмағыҙ, салют-фейерверк атыуҙы тәжрибәле кешегә генә тапшырығыҙ.
Йорттан сыҡҡанда электр ҡорамалдарын (һыуытҡыстан тыш) һүндерергә, йылытыусы пушка һәм радиаторҙарҙы ла розетканан һурырға кәрәк. Электр плитәһе аш-һыу бүлмәһендәге йыһаздарға, стенаға ныҡ яҡын тормаһын. Эшләп торған конфоркалар өҫтөндә кейем элеп киптермәгеҙ, газ баллондарын йортта тотмағыҙ.
Ут төртөү осраҡтарын иҫкәртеү өсөн подвал, ҡыйыҡтарға сит кеше инмәҫлек итеп нығытығыҙ, ағас урҙаларҙы ут тоҡаныуға ҡаршы махсус эретмәләр менән һөртөп сығырға була.
Р. МӘСӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас в