+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Декабрь 2020, 18:30

Техниканың һәр саҡ төҙөк булыуы мотлаҡ

Башҡортостандың Урман янғындарын һүндереү үҙәгендә техниканы ҡыш һаҡлауға ҡуйыуҙы һәм 2021 йылдың янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеленә әҙерләүҙе тикшереү саралары уҙғарыла.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Урман янғындарын һүндереү үҙәгендә техниканы ҡыш һаҡлауға ҡуйыуҙы һәм 2021 йылдың янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеленә әҙерләүҙе тикшереү саралары уҙғарыла. Ошо көндәрҙә күсмә комиссия 3-сө типтағы “Йылайыр” урман янғындары станцияһына юлланды.
"Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел тамамланыу менән бөтөн төр техниканы дөрөҫ һаҡлауҙы тәьмин итеү мөһим. Ҡыш һаҡлауға ҡуйыр алдынан белгестәр уны ентекле тикшерә", – тине Урман янғындарын һүндереү үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге ҡарамағындағы учреждениеларҙың һәм станцияларҙың матди-техник базаһын нығытыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Быйыл уларҙы янғын һүндереү һәм патруль техникаһы менән тәьмин итеүгә федераль ҡаҙнанан 40,4 миллион һум аҡса бүленгән.
Читайте нас: