-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Декабрь 2020, 12:06

Юл аттар өсөн түгел

Өс үҫмерҙең ғүмерен өҙгән юл фажиғәһендә машинаға танытмаһыҙ идара итеү, тиҙлекте арттырыу һәм башҡа сәбәптәр менән бер рәттән ҡарауһыҙ йөрөгән аттар ҙа ғәйепле булыуы бәхәсһеҙ.

Өс үҫмерҙең ғүмерен өҙгән юл фажиғәһендә машинаға танытмаһыҙ идара итеү, тиҙлекте арттырыу һәм башҡа сәбәптәр менән бер рәттән ҡарауһыҙ йөрөгән аттар ҙа ғәйепле булыуы бәхәсһеҙ. Ошондай һәләкәттәргә юл ҡуймау маҡсатында ниндәй саралар күреү зарурлығы хаҡында һөйләшеү өсөн күпләп ат тотоп, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән КФХ-лар, ЯСЙ-лар етәкселәре Асҡар ауыл Советының ултырыштар залында кәңәшмәгә йыйылды. Унда шулай уҡ район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Ғ. Н. Солтанов, район прокуратураһы вәкиле Р. З. Ғайсин, ЮХХДИ начальнигы Р. Х. Динисламов, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Ф. Ә. Ҡадиров ҡатнашты.
Кәңәшмәне асып, Ғәлим Наил улы йылҡысылар менән осрашыуҙар даими үткәрелеүен, һуңғы йылдарҙа ат хужалары менән һәр ауыл биләмәһендә йыйылыштар булыуын, унда ғәҙәттә малдарҙы иҫәпкә алып, уларҙы көтөүҙе ойоштороу кеүек мәсьәләләр ҡаралыуын әйтеп үтте.
— Кеше ғүмерҙәрен ҡыйған авариянан һуң, кәңәшмә уҙғарыуҙы кәрәк тип таптыҡ. Аттар һаны йылдан-йыл арта бара, Баймаҡтан һуң республикала икенсе урында киләбеҙ, ҡымыҙ етештереүҙә лә алдынғылыҡты биргән юҡ. Әммә беҙҙә аттар иркен утлауҙа йөрөп, юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булыуы насар күренеш. Минеңсә, бөтә малдарға чип ҡуйылырға йәиһә биркаланырға тейеш, юғиһә инәү һалынған йәки тавро һуғылған малдар арҡаһында авария осрағы булһа, хужалар ғәйепте үҙ өҫтәренә алмаҫ өсөн малдарын «танымай», — тине ул.
Раджив Ғайсин районда күпме ат булыуы, уларҙың нисәүһенә чип ҡуйылыуы хаҡында һораны.
Район ветеринар станцияһы начальнигы Рәсих Ҡарабәндин әйтеүенсә, йыл башына 6225 баш йылҡы малына чип ҡуйылған. Ә районда аттар һаны бөгөн 11860 баш тәшкил итә. Ҡалған алты меңгә яҡыны идентификация үтмәүен уларҙың йыл дауамында ҡолонлауы менән аңлатты Рәсих Рәжәп улы. Шул уҡ ваҡытта, ветстанция етәксеһе ҡайһы бер йылҡысылар төрлө сәбәптәр менән малдарына чип ҡуйҙырыуҙан баш тартыуын да әйтте. Шәхси хужалыҡтарҙа аҫыралған малдар ауыл биләмәләрендә иҫәптә торһа, ЯСЙ, КФХ-лар мал буйынса бөтә отчетты район ауыл хужалығы идаралығына бирә.
Р. Ҡарабәндиндың: «Ат тотҡан һәр кешегә ветстанцияла иҫәп карточкаһы алып барыла: күпме аты бар, күпме үрсем алған, күпме башты һатҡан, бар мәғлүмәт теркәп барыла», — тигән һүҙҙәренә Р. Ғайсин шикләнеү белдереп: «Бөтә йылҡысылар ҙа һеҙгә дөрөҫ мәғлүмәт биреүе икеле. Минеңсә был һандар күпкә артығыраҡ. Малдарҙың һанына аныҡ иҫәп алып барыу — ветеринарҙарҙың бурысы. Ысынбарлыҡта, һеҙҙә иҫәп алып барылмай», — тигән һығымта яһаны.
Р. З. Ғайсин шулай район хакимиәте янындағы административ комиссия рәйесе Ғәлим Солтановтан ағымдағы йылда көтөүһеҙ йөрөгән малдар, улар ҡатнашлығында теркәлгән авариялар буйынса протокол төҙөлөүе, штрафтар күләме менән дә ҡыҙыҡһынды. 59 протокол төҙөлөп, шуларҙың яҡынса 80 проценты түләнеүе лә ҡәнәғәтләндермәне прокуратура вәкилен.
— Һәр нәмәлә иҫәп һәм тәртип кәрәк. Чип ҡуйырға теләмәгәндәр менән ауыл биләмәһе вәкилдәре эш алып барырға тейеш, — тип һығымта яһаны закон һағында тороусы.
Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре сығышынан күренеүенсә, быйыл малдар ҡатнашлығында район биләмәһендә 37 авария булған, ә былтыр 63 осраҡ теркәлгән. Күрһәткес әҙерәк булһа ла, һуңғыһында балалар һәләк булыуы борсоуға һала. Йылҡы өйөрҙәре нигеҙҙә трассалағы боҙ ҡатламын иретеү өсөн һибелгән тоҙҙо эҙләп, юлға сыға. «Төнгөлөккә аттарҙы бикләү хәүеф сығанағын кәметер ине», — тине ЮХХДИ начальнигы Р. Динисламов.
— Үҫмерҙәрҙең ғүмере өҙөлөүе барыбыҙ өсөн дә ауыр ҡайғы. Был хәлдән бөтәбеҙ ҙә һығымта яһарға тейешбеҙ. Уның буйынса тикшереү дауам итә, һәр сәбәп буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ баһаһын бирәсәк. Әммә аттарҙың да юл фажиғәһенә сәбәпсе булыуын инҡар итеп булмай. Бындай хәлгә юл ҡуйылырға тейеш түгел, йылҡы тотоусылар менән берлектә ниндәй саралар күрә алабыҙ, был тәңгәлдә тәртип булдырыу өсөн беҙҙән ниндәй ярҙам кәрәк? Ошо хаҡта асыҡтан-асыҡ һөйләшеп-килешеү зарур. Минеңсә, малдар көтөүсеһеҙ йөрөргә тейеш түгел, көндөҙ көтөлөргә, ә төнгөлөккә кәртәлә бикле торорға тейеш. Йәғни мал тотҡас, уны ҡарарға бурыслыһың һәм юлға сыҡҡан малығыҙ өсөн һеҙ яуап бирергә тейеш, — тине Илдар Таһир улы йылҡысыларға.
«Ҡаҙмаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илһам Фәттәхов йылҡы тибендә йөрөргә тейешлеген иҫбат итергә тырышып, өйөрҙәр айғырҙар ҡарамағында булыуын һәм көнөнә 5-10 саҡрым юл үткән малды кискелеккә йыйып бикләү мөмкин түгеллеген әйтте. Фермер шулай уҡ аттарын хатта сит өлкәләргә лә сығарып көтөргә әҙер икәнлеген белдереп, был тәңгәлдә район башлығынан ярҙам һораны.
Сығыш яһаусылар юлдарҙы ике яҡлап кәртәләүҙе, бәғзеләре хәүефле урындарҙағы юлдарға кәртә ҡуйыуҙы, күп урындарға тиҙлекте сикләү билдәләре урынлаштырыу һәм башҡа тәҡдимдәр индерҙе.
Баймаҡ районында, мәҫәлән, юлда күп һанлы аншлагтар ҡуйылған, малдарға яҡтылыҡ ҡайтарғыс таҫмалар эленгән икән.
— Һәр ауыл эргәһендә малдың юл аша сығыу ихтималлығын күрһәткән һәм тиҙлекте сикләгән билдәләр булырға тейеш, видеокамералар күберәк ҡуйылһа ла ҡамасауламаҫ ине, тип иҫәпләйем. Юлдар буйлап кәртәләр ҡуйыу — һәйбәт идея, әммә шул тиклем юлды кәртәләп алып бөтөп булмаясаҡ. Электр көтөүселәр бында ярҙамға килә ала. Минең аттар көтөлә, ике көтөүсем бар. Кәртә эшләп, йылҡыларҙы төнгөлөккә бикләп тотоуға мин ризамын, — тине Мирхәт Рәжәпов.
— Тиҙ арала кәртәне ҡайҙа ҡуйырға кәрәклеген билдәләгеҙ, көндәр йылынғас, эштәрҙе башларһығыҙ, был тәңгәлдә мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, — тип тамамланы һөйләшеүҙе район башлығы.
Читайте нас: