Яңы йыл байрамдарын һәр кем һағынып көтөп ала. Бигерәк тә балалар ҙур ҡыуаныс кисерә. Әммә был осорҙа пиротехниканы дөрөҫ ҡулланыу хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү шарт. Уларҙың бөтәһен дә тышта ғына ҡулланырға кәрәк. Түбәндәге ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә үҙегеҙҙе ҙур бәләләрҙән һаҡлай алаһығыҙ.
ЯРАМАЙ:
- торлаҡ йорттарға һәм тиҙ генә янып китә торған предметтарға, ағаслыҡтарға 30 метрға яҡын ерҙә салют атырға;
- пиротехниканы кеҫәлә йөрөтөргә;
- фитилде тоҡандырғанда биткә яҡын килтерергә һәм янып торған фейерверкка яҡын килергә;
- көслө ел булғанда уны тоҡандырырға;
- ракета һәм фейерверктарҙы кешеләргә төбәп һәм автомобиль эргәһендә тоҡандырырға;
- петардаларҙы аяҡ аҫтына бәрергә;
- пиротехниканы тоҡандырғанда тәмәке тартырға.
Пиротехника ҡулланыр алдынан уның инструкцияһын иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм унда күрһәтелгән бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә үтәгеҙ.
Шулай уҡ Яңы йыл ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында ла оноторға ярамай:
- өйҙә бенгаль уттарын һәм шартлаусы хлопушкаларҙы ҡулланырға рөхсәт ителмәй;
- электр гирляндалары заводта етештерелгән һәм төҙөк булырға тейеш;
- шыршыға шәм ҡуймағыҙ һәм уны еңел янып китә торған материалдарҙан эшләнгән уйынсыҡтар менән биҙәмәгеҙ;
- балаларға пиротехника менән уйнарға һәм гирляндаларҙы тоҡандырырға рөхсәт итмәгеҙ;
- өйҙән сыҡҡанда электр приборҙарын һүндерергә онотмағыҙ.
Өйҙә ҡуйылған шыршының энәләрен ваҡытында йыйыштырып тороғоҙ, сөнки кипкән шыршы энәләре көкөрт кеүек, бер ут сатҡыһынан да гөлтләп янып китеүе ихтимал. Шыршыны электр приборҙарынан алыҫҡараҡ урынлаштырығыҙ, унда пиротехник әйберҙәр ҡуйырға ярамай.
Янғын сығыу хәүефе булғанда 112 йәки 01 номерҙарына шылтыратырға, ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итергә кәрәк.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.