+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Декабрь 2020, 12:31

Каникулдар имен үтһен өсөн

Балаларҙың көтөп алынған ҡышҡы каникулдары яҡынлаша. Күңелле ял менән бер рәттән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ошо маҡсатта Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, район мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов та ҡатнашты.

Балаларҙың көтөп алынған ҡышҡы каникулдары яҡынлаша. Күңелле ял менән бер рәттән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ошо маҡсатта Асҡар ауыл биләмәһенең ултырыштар залында мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, район мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов та ҡатнашты.
Тәүге булып сығыш яһаусы янғын күҙәтеүе буйынса инспектор Рушан Хәсәнов янғын хәүефһеҙлеге талаптары хаҡында һөйләне. Рушан Рәвил улы әйтеүенсә, быйыл Әбйәлилдә 168 ут сығыу осрағы теркәлеп, уларҙа 18 кеше һәләк булған, 5 кеше яраланған. Үкенескә ҡаршы, быйыл янғындар һаны артыуы күҙәтелә һәм уларҙа кешеләрҙең күпләп зыян күреүе борсоуға һала. Инспектор янғындарҙың төп сәбәптәре электр ҡорамалдары менән һаҡһыҙ эш итеү, асыҡ утты иғтибарһыҙ ҡалдырыу, мейестәрҙе үтә ҡыҙыу яғыу, электр сымдарының төҙөк булмауы тураһында әйтеп, айырыуса балаларҙы ут менән һаҡ эш итергә өйрәтеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Торлаҡтарҙы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар менән тәьмин итеү дауам итә, тәү сиратта улар оло йәштәгеләргә һәм күп балалы йәки имен булмаған ғаиләләргә бирелә, тине Р. Хәсәнов. Шул уҡ мәлдә ата-әсәләр балаларға яғын сыҡмаһын өсөн үтәлергә тейешле төп шарттарҙы даими ҡабатлап торорға, мәктәптәрҙә лә бындай эш әүҙем алып барылырға тейеш, сөнки балаларҙың хәүефһеҙлеге тап өлкәндәрҙең дөрөҫ һәм аңлы эш итеүенә бәйле икәнлеген онотмаҫҡа саҡырҙы сығыш яһаусы. Шулай уҡ Яңы йыл осоронда шартлатҡыс, салют, петарда кеүек ҡорамалдарҙы балаларға үҙ аллы ҡулланырға бирмәгеҙ, тип һораны ул.
ЮХХДИ-ҙың пропаганда буйынса инспекторы Илсиә Дәүләтҡолова ла район юлдарын-дағы быйылғы күңелһеҙ статистика менән таныштырҙы. Йыл башынан бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 6 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, уларҙа өс бала һәләк булған, һигеҙе төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған. Төп сәбәп булып балаларҙы махсус креслоларҙа йөрөтмәү һаналһа ла, һуңғыһында бәлиғ булмаған үҫмерҙең водитель танытмаһы булмайынса рулгә ултырыуы фажиғәгә килтерҙе, тип аңлатты инспектор.
— Балалар юл хәрәкәтенең яҡлауға һәм һаҡлауға иң мохтаж ҡатнашыусылары һанала, — тине Илсиә Илнур ҡыҙы. — Бәләкәстәр юл аша сығыу ҡағиҙәләрен, светофор төҫтәрен, машинала, автобуста үҙеңде тотоу тәртибен кескәйҙән белергә тейеш. Быларҙы тәү сиратта ата-әсәләр, шунан уҡытыусы төшөндөрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса үткәрелгән дәрестәргә ата-әсәләрҙе лә саҡырырға кәрәк, сөнки иң тәүҙә улар — балалар өсөн өлгө. Каникулдар башланмаҫ элек мәктәптәрҙә инструктаж үткәреү мотлаҡ.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов каникул осоронда имен булмаған ғаиләләр махсус комиссиялар тарафынан тикшереләсәк, әгәр киҫкен хәл-торош күҙәтелһә, балалар оҙайлы ваҡыт иҫерек ата-әсәләре янында, аслы-туҡлы көн итергә мәжбүр булһа, уларҙы ғаиләнән алып тороу мөмкинлеге ҡараласаҡ, тип белдерҙе. Батыр Харис улы шулай уҡ петардалар менән хәүефһеҙ эш итеү талаптарына туҡталды, юғиһә малайҙарҙың быны уйын күреп, бер-береһенең кеҫәһенә йә көләпәрәһенә ташлап шартлатыу осраҡтары ла теркәлгән икән.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙ сығышында, мәктәптәрҙә балаларҙы туҡландырыу, уҡыусыларҙы автобустарҙа ташыу кеүек мәсьәләләргә туҡталып, төп иғтибарҙы янғын хәүефһеҙлегенә йүнәлтергә саҡырҙы. Күп мәктәптәр янғынға ҡаршы сигнализация менән йыһазландырылмаған, уларҙың сигнал төймәләре янғын һүндереү часына тоташтырылмаған. Эвакуация юлдарын ҡабаттан тикшерергә, даими рәүештә күнекмәләр уҙғарырға кәңәш итте башлыҡ.
Кәңәшмә һуңында быйыл ГТО нормативтарын үтәү буйынса ҙур тырышлыҡ күрһәткән, «Сәләмәт быуын — сәләмәт төбәк» проектын тормошҡа ашырыуға етди өлөш индергән етәкселәр тәбрикләнде.
ГТО-ның алтын билдәләренә директорҙар — М. Ямалова (1-се Асҡар), З. Атауллин (Ҡаҙмаш), Г. Дәминдарова (Тупаҡ), Р. Дилмөхәмәтова (Үрге Әбдрәш), З. Зарипова (Байым), Б. Зәйтүнов (Ташбулат), Д. Һибәтуллина (Таштуй), И. Бәхтейәров (Гусев), Ғ. Замалетдинов (Атауҙы), З. Әхмәҙиева (Рәхмәт), Л. Харрасова (Һамар), И. Сәлихов (Дәүләт), балалар баҡсалары мөдирҙәре — Ә. Низамова («Миләш»), З. Иҫәнгилдина («Тирмәкәй»), А. Заһитова («Ҡайынҡай») һәм мәғариф бүлегенең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Д. Сәлимйәнов лайыҡ булды.
Ноябрҙә уҙған «ГТО сайтында теркәлергә өлгөр» тип исемләнгән район конкурсы еңеүселәре лә тәбрикләнде. Урта мәктәптәр араһында призлы урындарҙы Әбделмәмбәт, Таштимер һәм Күсем руднигы мәктәптәре бүлеште. Филиалдар араһында Таштуй, Рәхмәт һәм Тупаҡ мәктәптәре дипломдарға лайыҡ булды. Йәлембәт мәктәбе әүҙем ҡатнашыуы өсөн маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.
Быйыл проектҡа ҡушылған белем усаҡтары БР Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығының таныҡлыҡтарына эйә булды.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.
Читайте нас: