Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика йортонда уҙған "Транспорт сәғәте"ндә ошо һәм юл хужалығының башҡа көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Быйыл республикала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе теркәү маҡсатында тағы ла 500 камера ҡуйыу планлаштырыла, шул иҫәптән юл саттарында һәм йәйәүлеләр үткәүелдәрендә. Беренсе кварталда федераль трассаларҙа тәүге 50 камера урынлаштырыласаҡ. Был юл хәрәкәтенә ыңғай йоғонто яһарға һәм үлем менән бәйле аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итер тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика йортонда уҙған “Транспорт сәғәте”ндә ошо һәм юл хужалығының башҡа көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жулько төбәк юлдарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәгән өҫтәмә комплекстар ҡуйыу планы менән таныштырҙы. Былтыр республикала 1015 камера эшләгән, шул иҫәптән 946-ыһы – стационар.
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Радий Хәбиров юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләрен, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү системаларының эшен “Транспорт сәғәте” ултырыштарында квартал һайын ҡарарға тәҡдим итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре".