Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов февралдәге тәүге ял көндәре алдынан водителдәргә мөрәжәғәт итте. Идаралыҡ начальнигы республикала йәшәүселәрҙе Башҡортостан юлдарында юл-патруль хеҙмәте экипаждарының артыуы һәм рейдтар тураһында иҫкәртте.
«Һеҙҙе тиҙлек режимын үтәргә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки ямғыр яуа, юл тайғаҡ», — тине Динар Ғилметдинов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна һуңында Башҡортостанда көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы көтөлә.
https://www.bashinform.ru/bash/1555310/