Утты һүндереү барышында эстә ҡалған кешеләрҙе ҡотҡарам тип ингән өс янғын һүндереүсе менән бәйләнеш юғала. Һуңынан уларҙың, бина эсендә һауа бөтөүе арҡаһында, һәләк булыуҙары асыҡлана. Был фажиғәле хәлдән һуң Красноярскиҙа матәм иғлан ителде.
Ә ошо ялда Рәсәй Президенты Владимир Путин һөнәри бурыстарын үтәгән ваҡыттағы ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн, федераль янғын һүндереү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Анатолий Жалнерчик, Алексей Пузырев һәм Максим Рябцевтың үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы.