-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Февраль 2021, 18:15

Көлкө түгел

Италия етәкселеге Палермо ҡалаһында 10 йәшлек ҡыҙ һәләк булғандан һуң йәштәр араһында популяр булған TikTok социаль селтәрен февраль аҙағына тиклем блокировкалау тураһында ҡарар сығарҙы.

Асыҡланыуынса, ҡыҙыҡай ошо селтәрҙәге видеоларҙы ҡарап, челленджда ҡатнашҡан һәм сираттағы һынауҙы үтәп, видео төшөрәм тигәндә һәләк булған. Челлендждың маҡсаты — нимәлер эшләп (мәҫәлән, бейек йорт ҡыйығына күтәрелеү, шәп тиҙлектә барған машинаның алдынан йүгереп сығыу һ.б.) телефон камераһына төшөрөү һәм артабан эстафетаны башҡа ҡулланыусыларға тапшырыу икән.
TikTok платформаһында 13 йәштән бәләкәй балаларға теркәлергә ярамай — социаль селтәрҙең сәйәсәте шуны талап итә. Әммә был тыйыуҙы балалар еңел урап үтә, улар икенсе аккаунттан инеп, барыбер шул программаны телефондарына яҙҙырып ала.
Бейеп, йырлап ҡына челлендж үткәрһәләр ярай ҙа һуң, полициянан белдереүҙәренсә, селтәрҙә суицидҡа этәргән йәки кейемһеҙ фотолар һалырға өгөтләгән видеолар ҙа бар. Ә пандемия шарттарында өйҙә ҡалырға мәжбүр булған үҫмерҙәр ошо хәүефле контентты күрә. Кемдәрҙер ҡабатлай...
Англияла ла бәлиғ булмағандар өсөн хәүефле мәғлүмт булған веб-сайттарҙы ябыу тураһында закон проекты әҙерләнә. Бындайҙар иҫәбенә көсләү, йәберләү, ҡыйырһытыу, енси яҡынлыҡҡа этәреү, наркотиктар тәҡдим итеү, терроризмды пропагандалау, порнографик элементтарҙы күрһәтеү, үҙеңдең һаулығыңа зыян килтереү кеүек мәғлүмәттәр булған сайттар инә. Хәүефле сайттарын контенттан алмаған, йәки видеолар һалыуҙы туҡтатмаған компаниялар һәм операторҙарға 18 миллион фунтҡа (18 миллиард һум) хәтлем штраф һалынасаҡ. Ә компанияны ойоштороусы йәки сайттың администраторы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Австралияла был йүнәлештә ҡәтғи талаптар 2015 йылдан бирле ғәмәлдә. Унда зыянлы социаль селтәрҙәре контролдә тотоусы һәм ҡулланыуҙан алыусы махсус комиссар эшләй.
Шотландияла TikTok селтәрен мәктәптә ҡарау һәм видеолар төшөрөү законлы рәүештә тыйылған.
«Ябайыраҡ бул һәм кешеләр үҙҙәре һиңә ылығыр» тигән девизға таяна TikTok. Һәм уны ҡулланыу шарттары ныҡ ябай. Видео төшөрөп, блог алып барыу өсөн смартфон ғына кәрәк. Шуның өсөн дә ул балалар араһында ныҡ популяр. Ә эҙемтәләре тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Рәсәйҙә лә балалар һәм үҫмерҙәрҙе дәүләт кимәлендә интернеттағы хәүефтән аралаусы ҡанун сығарырға ваҡыттыр.
Читайте нас: