Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская һуңғы көндәрҙә юл темаһына бәйәле халыҡтан мөрәжәғәттәрҙең кинәт артыуы тураһында белдерҙе. Быға күп йәһәттән ҡатмарлы һауа шарттары, юл хеҙмәттәренең һәм муниципалитеттарҙың трассаларҙы тейешенсә таҙартмауы сәбәпсе.
– “Инцидент менеджмент” системаһы 8 – 25 февралдә юлды таҙартмауға, яҡтыртҡыстарҙың булмауына бәйле 406 мөрәжәғәтте теркәгән. Кешеләр трассаларҙа ҡамалып ҡалыуға, бер ергә лә шылтырата алмауға, бензин бөтөүгә, һалҡын булыуға зарлана. Магистралдәрҙә, айырыуса федераль әһәмиәттәгеләрҙә, көттөрөп булһа ла, ярҙам килһә, Күллеҡул һәм Өйҙөрәкбаш ауылдары араһындағы юлда булған ваҡиға үтә лә аяныслы. Ике кеше төнө буйы ярҙам көткән, һөҙөмтәлә уларҙы тракторсы ҡотҡарған. Ниңә шулай булған? Хәлдең сәбәбен асыҡларға кәрәк, – тине Елена Прочаковская. – Ҡайһы берәүҙәр тротуарҙарҙы ҡар күмеүгә зарлана. Йәйәүлеләр машина юлынан йөрөргә мәжбүр, һөҙөмтәлә фажиғәләр һаны арта.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев әйтеүенсә, 23-24 февралдә республикала көслө буран арҡаһында 11 юл фажиғәһе булған, уларҙа 19 кеше зыян күргән. Эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре 41 кешене, шул иҫәптән өс баланы эвакуациялаған.
Радий Хәбиров юлдағы хәлде ҡәнәғәтләнерлек түгел, тип баһаланы һәм уны яйға һалыу, юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү йәһәтенән ҡәтғи саралар күрергә ҡушты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 28 февралдә Ауырғазы районында булған ҙур авария буйынса фекер алышты. Унда 20 машина бәрелешеп, 10 кеше, шул иҫәптән ике бала имгәнгәйне. Ваҡиғаның сәбәбе – ҡатмарлы һауа шарттары, тиҙлек тәртибен үтәмәү, арауыҡ һаҡламау. Алан Марзаев шулай уҡ был участкала фото- һәм видеотеркәү комплекстарының булмауы тураһында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, трасса федераль кимәлгә ҡарай һәм “Приуралье” автомобиль юлы идаралығы ҡарамағына инә.
Радий Хәбиров республика Башлығының Контроль идаралығына мәсьәләне тикшерергә ҡушты. Ниңәлер күрше Татарстан камераларҙы федераль трассаларға ла ҡуя, ә Башҡортостанда быны эшләмәйҙәр. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, был – Башҡортостан Хөкүмәтендәге транспорт блогының эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе.
– Трассаларҙы республика һәм федераль кимәлдәгеләргә бүлергә ярамай. Был фажиғәләрҙең барыһы ла республикала булған, тимәк, улар өсөн Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы яуаплы, – ттине Радий Хәбиров. – Бөтә юлдар ҙа фото- һәм видеотеркәү комплекстары менән тәьмин ителергә тейеш. 1 сентябргә тиклем федераль трассаларға кәмендә 100 камера ҡуйырға тейешһегеҙ.
“Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директоры Илдар Юланов республиканың көньяғында көслө буран сығыуы арҡаһында предприятие филиалдарының тәүлек әйләнәһенә эшләүе тураһында һөйләне. 23 февраль кисендә 600-ҙән ашыу махсус машина, юл төҙөү-төҙөлөш идаралыҡтарындағы техниканы иҫәпкә алғанда, 922 берәмек машина йәлеп ителгән.
Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарының һигеҙ автомобиль юлында бурандар арҡаһында транспорт хәрәкәтенә сикләү индерелде. “Башкиравтодор” хеҙмәткәрҙәре дүрт трассаны ҡарҙан 24 февраль кискә таҙартып бөттө, ҡалған дүрт трасса бөгөн иртәнсәк асылды.
Радий Хәбиров юл хеҙмәттәренең ваҡытында сара күрмәүен билдәләне.
– Бик күп аҡыллы һүҙҙәр әйттегеҙ, әммә фажиғәләрҙең сәбәбе ябай – юлды ваҡытында таҙартмағанһығыҙ. Был - һеҙҙең төп бурысығыҙ, – тине ул. – “Башкиравтодор”ға күптән түгел генә етәкселек итә башланығыҙ, әммә беҙҙә йәш яугир курсы үткәрелмәй. Предприятиеның һөҙөмтәле эшен ойоштороғоҙ.