Күптән түгел “Урман янғынға ҡаршы үҙәге” дәүләт бюджет ойошмаһы вәкиле Рөстәм Хәтмуллин Республика балалар экология һәм биология үҙәге етәксеһе Екатерина Кошелева, Республика экологик станцияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Сара ваҡытында үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү, урман янғындарын иҫкәртеү маҡсатында аңлатыу эштәрен алып барыу буйынса хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләштеләр. Һөҙөмтәлә уҡыу-тикшереү һәм тәжрибә, экологик станция эше сиктәрендә флэшмобтар, экскурсиялар уҙғарыу хаҡында һөйләштеләр.
Ағымдағы йылда 1 марттан 30 сентябргә тиклем урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә урындағы үҙидара органдары, төп һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары менән берлектә флешмобтар, конкурстар, асыҡ дәрестәр, фотокүргәҙмәләр үткәреү планлаштырыла. Шулай уҡ ошо ваҡыт эсендә “Утты туҡтат!” сараһы сиктәрендә Рәсәй урмандарын һаҡлау, ҡоро үләндәрҙе яндырыуҙы булдырмау тураһында төбәк телеканалдарында, интернет ресурстарында, ведомстволарҙың рәсми сайттарында социаль әһәмиәтле видеороликтар урынлаштырыласаҡ. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.