+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Март 2021, 13:05

Бүреләр һөжүм итә

Йылҡыларға бүре өйөрө һөжүм итеүе билдәле булды

Һуңғы аҙнала социаль селтәрҙәр бүре аулаған райондаштарҙың фотолары менән сыбарланды. Әммә, шул уҡ ваҡытта, ошо ялда район биләмәһендә иркен утлауҙа йөрөгән йылҡыларға бүре өйөрө һөжүм итеүе билдәле булды. Улар бер нисә атты талап маташҡан һәм тәләфләгән, шулай ҙа йыға алмаған. Урманда ҡар күп булыуы йыртҡыстарҙы ауылдарға яҡынларға мәжбүр итә, төнгө юлға яңғыҙ сыҡмағыҙ, йорт хайуандарын, эттәрҙе лә бикле тотоуығыҙ хәйерле.
Читайте нас: