Кисә ил Президенты Владимир Путин “Беҙ бергә” акцияһы волонтерҙары менән осрашыу барышында Хөкүмәт медицина хеҙмәткәре булмағандарҙы ла коронавирустан страховкалау мәсьәләһен тикшерә, тип белдерҙе.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының страховка түләүҙәрен алыусылар даирәһен киңәйтеү тураһындағы инициативаһынп резидент партияның тәүге социаль ондлайн-формуында уҡ яҡлап сыҡҡайны.
“Кешеләр ҡатмарлы хәлдә ҡалды һәм үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуялар. Был 10 миллиард һум аҡса талап итә”, –– тине Владимир Путин.