Тышта әле һаман ҡар яуып, буранлап торһа ла, яҙ үҙенекен итә — һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей, ҡар һыуҙары ағып төшә һәм йылғалар ярҙарынан сыға башлай.
Район хакимиәтендә яҙғы ташҡынға әҙерлекте тикшереү буйынса кәңәшмә үтте. Йыл һайын ташҡын апрель айының беренсе һәм өсөнсө декадаһында көтөлә. Райондың 11 ауылына һыу баҫыу хәүефе янай.
Әммә ғәҙәттән тыш хәл осрағында ла юғалып ҡалмаҫҡа, ә иң яҡшыһы — уға алдан әҙерләнергә кәрәк. Йорттарға һыу инеү ҡурҡынысы ҙур булған урамдарҙа йәшәүселәргә алдан уҡ баҙҙарҙы бушатып, ағып киткәндәй әйберҙәрен юғарыраҡ урынлаштырып ҡуйыу яҡшыраҡ. Оло йәштәге кешеләр булһа, уларҙы туғандарына күсереп торорға мөмкин. Шәхси ихаталағы малды ла онотмағыҙ — ғәҙәттә һыйыр-һарыҡтарҙы һыу инмәгән урамдарға ҡыуып торалар.
Һыу торлаҡҡа ныҡ яҡынлашһа, электр ҡорамалдарын тулыһынса һүндерергә кәрәк була. Шулай уҡ эсәр һыу запасы туплап ҡалдырығыҙ, сөнки ташҡындан һуң бөтә ҡоҙоҡтар бысрана, аҙна тирәһе һыу эсерлек булмай.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, иң насар «сценарий»ға ярашлы, Башҡортостанда яҙғы ташҡын мәлендә 257 ауылды һыу баҫасаҡ. Уларҙа барлығы 80 меңдән ашыу кеше йәшәй.