«Был камералар водителдәрҙең аҡсаһына ҡул һоноу өсөн түгел, ә улар үҙҙәренең өйөнә, ғаиләһе, балалары янына имен-һау ҡайтып етһен өсөн ҡуйылған», — тине Радий Фәрит улы дүшәмбелә уҙған оператив кәңәшмәлә. Йәғни, автоһәүәҫкәрҙәр камералар ҡайҙа тороуын алдан белһә, шул хәүефле урынға етә килә, тиҙлеген кәметәсәк һәм иғтибарлыраҡ буласаҡ, был, үҙ сиратында юл фажиғәләрен кәметәсәк.
Транспорт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге көндә республика юлдарында 1015 видеокамера ҡуйылған, шуларҙың 59-ы — федераль трассаларҙа. Быйыл тағы 100 камера ҡуйыу планға алынған: Р-240 Өфө — Ырымбур трассаһында — 41, М-5 «Урал» трассаһында — 32, М-7 «Волга» трассаһында — 20.
Видеокомплекстар ҡуйылған урындарҙы svkrb.ru/kam/index.html һылтанмаһы буйынса инеп ҡарарға була. Әйткәндәй, күп кенә онлайн навигаторҙарҙа был функция эшләй. Юлда барғанда ул «Алда камера, тиҙлекте 60-ҡа (40-ҡа һ.б.) кәметегеҙ», — тип иҫкәртә.