Хәүефһеҙлек
26 Марта 2021, 11:28

30 тағылмалы янғын һүндереү цистернаһы алына

Башҡортостандың төпкөлдә урынлашҡан ауылдарының ирекле янғын һағы бүлексәлере өсөн республика бюджеты иҫәбенә тағылмалы һүндереү насосы булған 30 берәмек янғын техникаһы һатып алына.

Башҡортостандың төпкөлдә урынлашҡан ауылдарының ирекле янғын һағы бүлексәлере өсөн республика бюджеты иҫәбенә тағылмалы һүндереү насосы булған 30 берәмек янғын техникаһы һатып алына. Улар республиканың 26 районына тапшырыласаҡ. Был техника янғын сыҡҡан осраҡта урындағы халыҡ көсө менән тиҙ арала утты һүндереүгә йәки төп көстәр килеп еткәнсе таралыуына юл ҡуймауға булышлыҡ итәсәк. Уларҙы шулай уҡ тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә лә файҙаланыу ҡарала.
Читайте нас