Учалы район-ара янғын күҙәтеүе бүлеге начальнигы урынбаҫары Фәрхәд Абдуллин әйтеүенсә, ут электр ҡорамалдарын монтажлау ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәү арҡаһында килеп сыҡҡан тип фаразлана. Ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Шуныһы мөһим: был йортҡа 2019 йылда "Айырым категорияларға ҡараған граждандар йәшәгән торлаҡтарға социаль ярҙам" республика программаһы сиктәрендә бала тыуыу уңайынан янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған. Тап ошо ҡоролма ут тоҡаныуын иҫкәртеп, тауыш бирә һәм өс, биш йәшлек ике балаһы булған ғаилә ишек эргәһендәге утты һүндереп, йорттан сығып өлгөрә. Ваҡиға урынына килеп еткән 61-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре уттың артабан таралыуына юл ҡуймай.