Хәүефһеҙлек
30 Марта 2021, 05:30

Ташҡын була ҡалһа, әҙер торайыҡ

Үткән аҙнала тейешле хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге тикшерелде.

Үткән аҙнала тейешле хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге тикшерелде.
Был маҡсатта бөтә бригадалар һәм махсус техника үҙәк майҙанда теҙелде. Уларҙы район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Махийәнов, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы буйынса баш белгес Марат Дәүләтов, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе Вадим Баталов ҡараны.
Район башлығы ҡарарына ярашлы, ҡотҡарыу хеҙмәттәре смотры йыл һайын үткәрелә һәм бында уларҙың һыу ташыу, урман янғындары сығыу һәм башҡа тәбиғәт һәм техноген һәләкәттәр осрағында нимәләр эшләргә тейешлеге ҡарала.
Әйтергә кәрәк, райондың ҡотҡарыу хеҙмәттәре эше яйға һалынған, техника һәр ваҡыт әҙер тора, ашығыс саҡырылыусы бригадалар тупланған, улар берҙәм форма менән тәьмин ителгән. Һәр ойошманың етәксеһе, шул иҫәптән, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса район комиссияһы ағзаһы ла һәм улар был йүнәлештә махсус белем алған. Февраль айындағы көслө бурандар бөтә хеҙмәттәрҙең теүәл һәм нәтижәле эшләүен дәлилләне: полиция хеҙмәткәрҙәре ҡар баҫҡан юлдарға машиналарҙы үткәрмәү йәки батҡандарына юл күрһәтеү өсөн постҡа баҫты, ДРСУ-ның барлыҡ техникаһы юлдарҙы таҙалауға сығарылды һәм улар водителдәр өйҙәренә ҡайтып етә алһын өсөн көндө төнгә ялғап эшләне, медиктар ҙа, электриктар ҙа уяу булды, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Үҙәк майҙанға теҙелгән бригадалар етәкселәре үҙҙәренә тәғәйен тармаҡ өсөн отчет тотто. Газ хеҙмәте, мәҫәлән, йылғалар ярҙан сығыу осрағында һыу аҫтында ҡалған ГРП-ларҙың торошон ҡараясаҡ, газүткәргестәрҙең төҙөклөгө өсөн яуаплы буласаҡ.
Район мәғариф бүлегенә беркетелгән 37 автобус һыу баҫҡан ауылдар халҡын эвакуациялау эшенә йәлеп ителәсәк, кәрәк икән, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары торлаҡһыҙ ҡалған халыҡты урынлаштырыу өсөн ҡулайлаштырыласаҡ.
Янғын һүндереүселәр тәү сиратта ут сығыуҙы иҫкәртеү өсөн яуаплы булһа ла, талап ителһә, һәр төрлө ғәҙәттән тыш хәл осрағында ла эшләйәсәк.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, билдәле, хәүеф зонаһына ҡараған ауылдарға юлды ябасаҡ һәм кешеләр йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр булған урындарҙа хоҡуҡ боҙоуҙар, урлашыуҙар булмауын контролгә аласаҡ, террор акттары, мутлыҡ осраҡтарын иҫкәртәсәк.
Ауыл хужалығы идаралығына ҡараған техноген һәләкәттәрҙән һаҡлау хеҙмәте себер язваһы усағын, үләт соҡорҙарын һыу баҫыу һәм хәүефле матдәләрҙең йылғаларға ағып төшмәүен контролдә тота.
Район электр селтәрҙәре майҙанға ҡуйған ҡеүәтле техникаһы электриктар бригадаларының һәр төрлө хәлгә лә әҙер тороуын күрһәтте. Подстанциялар, электр бағаналары һыу аҫтында ҡалып, сафтан сығыу осрағында, уларға барып етеү өсөн хатта катамаран һәм кәмәләренә хәтлем бар. Бригаданы ташый торған автомобиль дә юлһыҙ ерҙәрҙән үтеп китә ала. «Хәүефле төбәктәр ҙур картала билдәләнгән, ул урындарға даими дежурлыҡ ойошторола», — тип аңлатты РЭС начальнигы Д. Сафин.
ЗУЭМВС һыу ятҡылыҡтарына мониторинг алып барыусы төп предприятие. Улар ҡыш дауамында ла һәр күлдең, йылғаның, хатта шишмәнең нисек йәшәүен, ҡасан боҙ китерен, ҡасан һыу күләмен артыуын белеп тора һәм тәүлек әйләнәһенә контролдә тота. Әле улар ташҡын мөмкинлеген иҫкәртеп, Дәүләт ауылы эргәһендәге Сыбаркүл быуаһының шлюздарын яйлап асыу һәм йылға үҙәнен йыуҙырыу менән мәшғүл. Ошо көндәрҙә был һыу ятҡылығы эргәһенә кәрәҙле элемтә үткәрәбеҙ тип, рөхсәтһеҙ рәүештә ҙур бағана ҡуйған ойошма етәксеһен тапҡандар, эш туҡтатылған, тикшереү бара. «Ҡар күп булһа ла, унда дым әҙ, шуға күлдә һыу ныҡ артмаҫ, тигән ышаныс бар», — ти предприятие етәксеһе К. Ҡолмөхәмәтов.
Урмандарҙы һаҡлау хеҙмәте башлыса урман янғындарын иҫкәртеү, уттың ауылдарға яҡынлашмауы өсөн һаҡта тора. «Башҡа райондарға урман янғындарын һүндереүгә ярҙамға сығабыҙ, был йүнәлештә тәжрибә бар, һәр ауылда штабтар булдырылған, профилактика эше лә алып барыла», — тине урмансылар.
Райондың бөтә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары ла («Абзелилспецкомобслуживание», «Асҡар» МУП-тары,«Источник», «Урал» ЯСЙлары) берлектә смотрға килде һәм техникаһы, ашығыс эшләүсе бригадалары менән таныштырҙы.
Асҡар үҙәк район дауаханаһының мобиль бригадаһын баш табип И. Килдейәров үҙе етәкләй. Ул бөтәһе биш «Ашығыс ярҙам» машинаһы эшләүе тураһында хәбәр итте.
Һыу ҡамауында ҡалған йә башҡа төрлө тәбиғәт һәләкәтенән зыян күргән кешеләрҙе туҡландырыу мәсьәләһен дә хәл итеү кәрәк. Был маҡсатта «Яҡты-Күл» шифаханаһы базаһында аҙыҡ-түлек запасы булдырылған. Унда шулай уҡ ашнаҡсылар ҙа эшләй, кәрәк икән, улар барлыҡ ризыҡты тейәп, урынға сығасаҡ һәм халыҡты ашатыуҙы ойошторасаҡ. 500 кешене 3 көн дауамында туҡландырғандай аҙыҡ-түлек һаҡланыуы тураһында әйтелде.
Юлсылар — халыҡ именлеге һағында тороусы төп көстәрҙең береһе. Уларҙың 40-ҡа яҡын берәмек техникаһы бар һәм кәрәк икән, барыһы ла эшкә ҡушыласаҡ. Ҡарлы трассаларҙы таҙартыу эше аҙағына яҡынлашты һәм ДРСУ хеҙмәткәрҙәре әле шоссе аҫтына һалынған һыу үткәреүсе торбаларҙы ҡар һәм боҙҙан таҙартыу менән мәшғүл. Улар һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы ҙур булған трасса һәм күперҙәрҙе лә күҙәтеү аҫтында тота, кәрәк икән, унда өҫтәп ҡырсынташ түгеү эштәрен башҡарасаҡ.
Бөтә хеҙмәттәрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов уларҙың әҙерлеген ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне һәм ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, күмәк көс менән ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға ышаныс белдерҙе.
Читайте нас