Яҙғы ташҡын апрель айының икенсе декадаһында көтөлә, йылғалар боҙҙан әрселә, ҡар ҡатламы иреп, тауҙарҙан ағып төшә һәм һыу кимәле күтәрелә башлай. Махсус техника һәм хеҙмәттәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге тикшерелде. Ә ауыл биләмәләрендә ниндәй әҙерлек эштәре башҡарылған? Был хаҡта беҙ ташҡын хәүефе көслө булған биләмә башлыҡтарынан һораштыҡ.
Иҙрис Батыршин, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы:
— Биләмәгә ҡараған бөтә ауылдарҙа ла йорт буйынса йөрөп, иҫкәрмә, күрһәтмәләр таратып сыҡтыҡ, халыҡҡа ташҡындан һаҡланыу сараларын аңлатыу эше алып барыла. Һыу ҡалҡыу осрағында эшләйәсәк махсус комиссия төҙөлдө, улар көн һайын һыуҙың кимәлен үлсәп, теркәп бара. Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә Түбәнге Әбдрәштең һыу аҫтында ҡалыу хәүефе ҙур, бында ауыл эргәһенән Ҡыҙыл йылғаһы аға. Шуға күрә рейдтар үткәреп торабыҙ. Эвакуация кәрәк була ҡалһа, кешеләрҙе урынлаштырыу, малдарҙы күсереү урындары һөйләшеп килешелгән.
Абдулхаҡ Солтанов, Рауил ауыл биләмәһе башлығы:
— Беҙҙең биләмә халҡы Ҡыҙыл йылғаһын һыулай. Йәйгеһен унда һыу инеп, ҡош-ҡорт көтөп, рәхәтләнһәк тә, яҙғыһын йылға оло бәлә килтереүе ихтимал икәнлеген дә иҫтән сығармайбыҙ. Айырыуса Рауил, Тәпән, Ишҡол ауылдары халҡы һыу ташыуҙан зыян күрә һәм был ауылдарҙа йәшәүселәрҙе иҫкәртеү өсөн тауыш көсәйткестәр урынлаштырҙыҡ, ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, мәғлүмәт шул рәүешле еткереләсәк. Йылға аша һалынған һәр бер күпер аҫтында һыу кимәлен үлсәүсе ҡоролма ҡуйылған. Һыу ағып үтеү урындарында тығын булмаһын өсөн уларҙы ҡарҙан таҙарттыҡ.
Марат Фәхрисламов, Амангилде ауыл биләмәһе башлығы:
— Махсус комиссия төҙөлдө, яуаплы кешеләр тәғәйенләнде. Беҙҙең биләмәлә йорттарға һыу инеү ҡурҡынысы Үтәгәндә көслө. Шуға күрә, ташҡын осрағында үтәгәндәрҙе ваҡытлыса Амангилде урта мәктәбенә урынлаштырыу ҡаралған. Тәймәнеште йылғаһы аша һалынған күперҙең аҫтындағы боҙҙо ҡаҙып сыҡтыҡ, иретеү өсөн тоҙ һалдыҡ. Өй беренсә аңлатыу эштәре лә алып барыла. Киләһе аҙнала ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса урындағы комиссия ултырышы үтәсәк һәм аныҡ йүнәлештәр билдәләнәсәк.