Хәүефһеҙлек
9 Апреля 2021, 05:15

Камералар юл-транспорт аварияларын кәметеүгә булышлыҡ итә

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған фотовидеотеркәү комплекстарын ҡулланыуҙы даими нигеҙҙә анализлау юл-транспорт ваҡиғаларының һәм эҙемтәләренең кәмеүенә килтереүен күрһәтә. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған фотовидеотеркәү комплекстарын ҡулланыуҙы даими нигеҙҙә анализлау юл-транспорт ваҡиғаларының һәм эҙемтәләренең кәмеүенә килтереүен күрһәтә. Теркәлгән аварияларҙың һәр дүртенсе осрағы тиҙлекте арттырыуға йәки тиҙлектең аныҡ хәрәкәт талаптарына тап килмәүенә бәйле.
Әле төбәктә ошондай 1015 комплекс юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теркәп тора, уларҙың 946-һы стационар комплекс, күсмәләр – 63, мобилдәре – алты.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автомат фотовидеотеркәү комплекстары урынлашҡан урындар тураһындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең сайттарында танышырға мөмкин. Уларҙа камералар торған урындар тураһындағы мәғлүмәт булған интерактив таҡтаға күсеү баннерҙары ҡуйылған. Интерактив картала мәғлүмәт ғәмәлдәге ваҡытта яңыра. Уның менән http://svkrb.ru/kam/index.html буйынса танышырға мөмкин.
Бөтә был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Читайте нас