Хәүефһеҙлек
12 Апреля 2021, 04:40

Ҡоралды интернет аша ғына теркәргә

«Һанлы иҡтисад» милли проекты ҡорал әйләнешен контролдә тотоуға ла үҙ өлөшөн индерәсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Росгвардия август айына ҡоралы булған граждандар өсөн һанлы платформа булдырырға ниәтләй. Унда теркәлеп, бөтә кәрәкле лицензия ҡағыҙҙарын онлайн рәүештә яһарға мөмкин буласаҡ. Һанлы формат элекке 15 лицензия, 19 рөхсәт урынына бер генә пластик карта эшләп алырға һәм шуның менән файҙаланырға рөхсәт итә. Ҡорал магазиндары, ҡорал етештереүсе заводтар, атыу клубтары, шәхси һаҡ предприятиелары теркәлгән бөтә ҡоралдарҙы база аша ҡарай аласаҡ. Һатып алған осраҡта Росгвардия был ҡоралдың ҡайҙа һәм кемгә йүнәлгәнен күрәсәк.
Читайте нас