12 апрелдә иртәнге 11 сәғәттә Инйәр йылғаһында тығын барлыҡҡа килеүе арҡаһында 15 минут эсендә һыу кимәле ҡапыл күтәрелеп, автомобиль юлы аша сыҡты һәм шәхси йорттарға килеп етте, тип яҙа «Башинформ».
Кисәге көнгә 15 йорт һыу эсендә ҡалыуы билдәле, 13 кеше хәүефһеҙ урынға күсерелгән. Мәктәптә ваҡытлыса урынлашыу пункты ла булдырылған.
Әле ваҡиға урынында ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы, Белорет районы хакимиәте вәкилдәре эшләй. Ҡотҡарыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре лә йәлеп ителгән. Тығынды асыу буйынса эш башланған.
Әле ташҡын осоро башланып ҡына тора. Ҙур йылғаларға, башҡа һыу ятҡылыҡтарына яҡын йәшәгән райондаштарҙы ла уяу булырға, малдарҙы күсерергә, документ һәм кәрәкле әйберҙәрегеҙҙе йыып ҡуйырға саҡырабыҙ.