Хәүефһеҙлек
29 Апреля 2021, 06:45

Янғындан һаҡ булайыҡ!

Республикала 15 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде. Халыҡ, мәктәп уҡыусылары араһында аңлатыу эштәре алып барыла, әңгәмәләр ойошторола.

Республикала 15 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителде. Ҡарарға ярашлы, халыҡ, мәктәп уҡыусылары араһында аңлатыу эштәре алып барыла, әңгәмәләр ойошторола. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре тарафынан рейдтар уҙғарыла.
Махсус режим – янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманда усаҡ яҡмаҫҡа, йорт-ихатала сүп-сар үртәмәҫкә тигән сикләүҙәрҙе теүәл үтәү мөһим. Сөнки йылы көндәрҙә, байрам осоронда халыҡтың урманға сыға башлауы менән ут сығыу осраҡтары бермә-бер арта.
61-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Шамил Шириязданов район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.
«Янғынға ҡаршы махсус режим ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында»ғы ҡарарға ярашлы ауылда, йорт янында усаҡ яғыу, сүп-сар, үлән, ҡоро япраҡтарҙы үртәү, ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙә үләнгә, ағас-ботаҡтарға ут төртөү тыйыла. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән граждандарға Административ хоҡуҡ боҙоу кодексы нигеҙендә яуаплылыҡ ҡаралған. Улар 2 меңдән 6 мең һумға тиклем штраф түләйәсәк.
Урман янғындары осрағында ут ауылдарға, объекттарға күсмәһен өсөн урындағы хакимиәт башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә минераллаштырылған һыҙаттар эшләү йөкмәтелгән.
Айлыҡ осоронда район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Дәүләтов, 61-се янғын һүндереү часы начальнигы урынбаҫары Шамил Шириязданов, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте етәксеһе Вадим Баталов бөтә биләмәләр буйлап рейд менән сыҡты. Уның барышында белгестәр ауылдарҙа янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән техника төҙөклөгөн тикшерҙе, һыу цистерналарының әҙерлеген ҡараны, улар өсөн яуаплы кешеләр кешеләр менән һөйләште.
Динара САФИУЛЛИНА.
Читайте нас