Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы республикала урман янғындарына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим индерелеүе сәбәпле, БР Урман хужалығы министрлығы “Юғары әҙерлек режимына күсеүе тураһында ҡарар ҡабул итте.
Ҡарарға ярашлы “Башҡортостан Республикаһы урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге”нең янғын һүндереү станцияларының бөтә көстәре һәм урман хужалыҡтарының янғын һүндереү буйынса мобиль төркөмдәре айырым бойороҡ булғансы “Юғары әҙерлек” режимына күсерелә.
Урмандарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда шунда уҡ урман янғындарын һүндереү ойошмаларының янғын һүндереүгә сығыуҙарын тәьмин итеү талап ителә.
Урман фондына яҡын биләмәләргә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрылғы, Рәсәй Эске эштәр министрлығы, “Россельхтознадзор”, урындағы үҙидаралыҡ органдары вәкилдәренән торған оператив төркөмдәренең даими рейдтар үткәреүен ойоштороу ҙа мотлаҡ.
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында арендаторҙарҙың, шулай уҡ халыҡтың урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеге хаҡында аңлатыу эштәре алып барырға ҡушыла.
Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәрен, фермерҙарҙы ауыл хужалығы тәғәйенешле ерҙәрҙә ҡоро үләндеүң яныуына һәм унан уттың урманға тоҡаныуына юл ҡуймаҫҡа тейешлеге хаҡында иҫәкртергә кәрәк.
Ҡоро үләндең яныуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындың сәбәбе – тәү сиратта ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Йәғни был янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәү: усаҡ, асыҡ ут менән эш итеү. Янғынға ҡаршы махсус махсус режим шарттарында былар ҙа тыйылған.