+15 °С
Облачно
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Хәүефһеҙлек
12 Мая 2021, 08:44
Путин Ҡазан мәктәбендәге атыштан һуң йөкләмәләр бирҙе
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазан мәктәбендәге атыштан һуң йөкләмәләр бирҙе.#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡазан мәктәбендәге атыштан һуң йөкләмәләр бирҙе. Был турала дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итә, тип яҙа
ТАСС
.
Айырып алғанда, Путин Росгвардия башлығы Виктор Золотовҡа ашығыс рәүештә граждандар файҙалана алған ҡорал төрҙәре тураһында яңы положениены эшләргә ҡушты. Шулай уҡ Президент Ҡазанға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Михаил Мурашконы һәм Мәғариф министрлығы башлығы Сергей Кравцовты ебәрҙе. Рәсәй лидеры зыян күргән балаларға бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә ҡушты.
Владимир Путин шулай уҡ атыш һөҙөмтәһендә һәләк булған балаларҙың ата-әсәләренә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғәҙәттән тыш хәл кисә иртән Ҡазан ҡалаһының Фәйзи урамындағы мәктәбендә булды. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, атыш һөҙөмтәһендә ете бала һәм ике уҡытыусы һәләк булған, 20 кеше йәрәхәтләнғән.
Яңылыҡ сығанағы:
https://lenta.ru/
Фото: Максим Богодвид / РИА Новости
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"