Хәүефһеҙлек
14 Мая 2021, 11:40

Үлән дә яна, өйҙәр ҙә...

Май башынан ямғырҙар яумауы, көндөң ныҡ эҫетеүе янғындар һаны артыуына булышлыҡ итте.

Май башынан ямғырҙар яумауы, көндөң ныҡ эҫетеүе янғындар һаны артыуына булышлыҡ итте. Ике аҙна эсендә районда ундан ашыу янғын осрағы теркәлде. Ағаслыҡтар, үлән, сүплектәрҙе һүндерергә өлгөрмәйҙәр, йорттар, мунса һәм башҡа ҡаралтыларға ла ут тоҡанып, кешене мөлкәтһеҙ ҡалдырҙы. Янғын һүндереүселәр усаҡ тоҡандырғанда, мунса яҡҡанда, ҡырға сығып, шешлек ҡурғанда ныҡ һаҡ булырға саҡыра. Бер яңылыш аҙым да тәбиғәткә ҙур зыян килтереүе ихтимал, ә ҡапҡа эсендә сүп-сарҙы яндырам тип, йортоғоҙҙан да бер нәмә ҡалмауы бар. Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм милкегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәтен һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
7 майҙа Нияҙғол ауылы эргәһендәге зыяратта ҡоро үләнгә ут тоҡанып китә. Сәбәбе — ут менән һаҡһыҙ эш итеү. Ваҡиға урынында Күсем руднигындағы янғын һүндереү часы ҡарауылы эшләй. Янғын 0,7 гекарҙы ялмап ала, күмәк көс менән уны ярты сәғәт эсендә туҡтатыу мөмкин була.
Ошо уҡ көндө төштән һуң Һамар һәм Покровка ауылдары араһындағы Үләнде күлендә ҡамыштар янып китә. Был да — һаҡһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Күл ситендә үҫкән ҡоро ҡамыштар яныуын туҡтатыу өсөн өс сәғәттәй ваҡыт китә.
Красная Башкирия ауылындағы сүплекте көн дә һүндерергә сыҡҡан янғын һүндереүселәргә тағы эш өҫтәлә — 7 майҙа бында юл буйында 2 гектар биләмәлә ҡоро үлән яна. Сәбәбе — машина тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө тип фаразлана. Кипкән үлән, япраҡтар һәм ел уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә, уны һүндереү ҙә байтаҡ ваҡытты ала.
8 майҙа Ҡырҙас ауылында мунсала ут сыға. Һөҙөмтәлә ул ихаталағы йорттоң соланына ла күсә...
10 майҙа киске сәғәт 7-лә Әлмөхәмәт ауылында өй янып китә. Әлегә раҫланмаған сәбәп — өй эсендә тәмәке тартыу. Ярай, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең ирекле янғын һүндереү дружинаһы ваҡиға урынына тиҙ арала килеп етеп, хужаларҙы ҙур бәләнән аралап ҡала. Шулай ҙа 8х7 ҙурлыҡтағы йорт байтаҡ зыян күрә.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә өс көн буйына ҡоро үлән, ағаслыҡтар яныуы ла борсоуға һала, урында ирекле дружина ғына түгел, янғын һүндереү часы ла төнө буйы эшләй.
12 майҙа Йәлембәт ауылында тәмәке менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында бесән янып китә һәм һарайҙың ҡыйығына ут тоҡана.
Ошо уҡ көндө Таштимерҙә хужаһыҙ торған ҡаралтыла ут сыға. Сәбәбе әлеге лә баяғы билдәһеҙ кешеләрҙең ошо биләмәлә усаҡ яғыуы.
13 майҙа Ташбулат ауылында күп балалы ғаиләнең йорто яна. Һәм ут артабан таралып, гараж, мунса һәм кәртәгә тоҡана. Тикшереү бара.
Был осраҡтарҙан тыш бер нисә ауылда үләнгә, ҡоймаға ут тоҡаныуы тураһында шылтыратыуҙар була. Былар осраҡлы хәл түгел, барыһы ла кешенең вайымһыҙлығы, усағын һүндермәй китеүе, мунсаны ҡыҙыу яғыуы, электр ҡормалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәүе һәм теләһә ҡайҙа тәмәке төпсөгө ташлауы арҡаһында килеп сыға.
Читайте нас