Хәүефһеҙлек
21 Мая 2021, 05:23

Уҡыу йортона һөжүм итеү осрағында ни эшләргә?

Ғәҙәттә, беҙ мәҡәләләрҙе ундағы мәғлүмәттең кемдер өсөн файҙалы, кәрәкле буласағын белеп, шуға ышанып яҙабыҙ. Әммә был юлы улай түгел. Бөгөнгө мәғлүмәт һеҙгә лә, балаларығыҙға ла БЕР ВАҠЫТТА ЛА кәрәкмәһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Ғәҙәттә, беҙ мәҡәләләрҙе ундағы мәғлүмәттең кемдер өсөн файҙалы, кәрәкле буласағын белеп, шуға ышанып яҙабыҙ. Әммә был юлы улай түгел. Бөгөнгө мәғлүмәт һеҙгә лә, балаларығыҙға ла БЕР ВАҠЫТТА ЛА кәрәкмәһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Уҡыу йортона һөжүм итеү осрағында нимә эшләргә?
Ҡазандағы хәлдән һуң бөтә илдә, шул иҫәптән республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында ла, мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлек буйынса тикшереүҙәр башланды. Проблемалар бик күп булып сыҡты.
Мәҫәлән, ишек төбөндәге һаҡсы йәки вахтер ҡораллы енәйәтсегә ҡаршы нимә эшләй ала? Ни өсөн һәр ерҙә лә балаларҙы профессионалдар һаҡламай һәм был өлкәлә башлыса махсус белемгә һәм һәләткә эйә булмаған, бер яҡлаусыһыҙ кешеләр эшләй? Һаҡсы һәм ҡарауылсы — асылда икеһе ике төрлө һөнәр, бигерәк тә балаларҙың ғүмере һәм һаулығы тураһында һүҙ алып барғанда был айырыуса мөһим.
Төрлө баҫмаларҙың журналистары шәхсән һынап ҡарап, хатта «көслө иғтибар» шарттарында ла теләгән бер мәктәпкә инеп булыуын, бер кемдең дә бер нәмә лә әйтмәүен үҙ миҫалында асыҡлаған.
Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов төбәктәргә мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм башҡа белем биреү ойошмаларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһында күрһәтмәләр менән хат ебәрҙе. Унда видеокүҙәтеү һәм сигнализация, шәхси һаҡ предприятиелары йәки ведомствонан тыш һаҡ бүлеге, һаҡ постары, металл эҙләгестәр, уҡыуҙар, күнекмәләр һәм башҡалар тураһында әйтелә. Әлегә былар барыһы ла тәҡдим генә.
Мәктәп хәүефһеҙлегенең яңы ҡағиҙәләре эшләнәсәк.
Ә әлегә ата-әсәләр балаларының хәүефһеҙлеге хаҡына нимә эшләргә тейеш? Экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында ғына өйрәтә алалыр. Профессиональ ҡотҡарыусылар һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек белгестәре бына ниндәй кәңәштәр бирә:
- Ниндәй генә ғәҙәттән тыш хәл тыумаһын, мотлаҡ уҡытыусыны тыңлағыҙ.
- Пуля теймәҫлек йәки шартлатҡыстың ярсыҡтары килеп етмәҫлек урынға йәшенергә тырышығыҙ. Класс бүлмәһен эстән бикләргә, ишек алдына мебель өйөргә, парталар артына йәшенеп, ярҙам килеүен көтөргә мөмкин. 112 һанын йыйып, ҡотҡарыу хеҙмәтенә һәм атай-әсәйегеҙгә шылтыратығыҙ. Ҡайҙа нимә булыуын аңлатып әйтегеҙ. Быны бик шым эшләргә кәрәк, тауышланып, үҙегеҙгә иғтибар йәлеп итмәгеҙ. Телефондың тауышын тулыһынса ябырға кәңәш ителә, сөнки ул һеҙҙең ҡайҙа йәшенеүегеҙҙе белдереүе ихтимал. Оҙаҡ ваҡыт көтөргә тура килеүе, белгестәргә ҡотҡарыу эштәре өсөн ваҡыт талап ителеүе бар.
- Әгәр террорсы класс бүлмәһенә килеп инһә, иғтибарын йәлеп итмәҫкә, уны ҡуҙғытмаҫҡа тырышығыҙ. Ҡысҡырмағыҙ, иламағыҙ, бер ниндәй дәғүә һәм талап белдермәгеҙ. Улар менән бәхәсләшмәгеҙ, әйткәндәрен тулыһынса үтәгеҙ. Быны эшләү мотлаҡ, сөнки шулай итеп һеҙ үҙегеҙҙе һәм янығыҙҙағы кешеләрҙе ҡотҡарасаҡһығыҙ. Күп осраҡта террорсылар наркотик матдәләр тәьҫирендә ныҡ агрессив хәлдә була.
- Үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, артыҡ бер хәрәкәт тә эшләмәгеҙ, енәйәтселәрҙең күҙенә ҡарамаҫҡа тырышығыҙ, һәр артыҡ ым-хәрәкәт арҡаһында улар ут асыуы ихтимал.
- Енәйәтсе менән үҙаллы һөйләшеп килешергә маташмағыҙ. Һуңынан кәрәк булыуы ихтимал нәмәләрҙе иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ: енесе, яҡынса йәше, кәүҙә төҙөлөшө, һөйләше йәки акценты, исемдәре, ҡоралы, үҙ-үҙен тотошо.
- Террорсылар менән һөйләшеп килешеүҙәр һәр ваҡытта ла уңышлы тамамланмай. Ҡайһы ваҡыт уларҙы ҡулға алыу өсөн һөжүм башларға тура килә. Махсус йүнәлештәге отряд яугирҙәрен кеше ғүмерен ҡотҡарыу хаҡына үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә лә әҙер булырға өйрәтәләр, улар кешеләрҙе имен ҡотҡарыу өсөн барыһын да эшләй. Әммә был осраҡта ла айырым ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк. Штурм башланһа:
- Бер ҡайҙа ла йүгермәгеҙ! Парта кеүек йыһазға ышыҡланып, иҙәнгә ятығыҙ. Башығыҙҙы ҡулығыҙ менән ҡаплағыҙ. Ҡоралға теймәгеҙ, уны тотоп хоҡуҡ һаҡсыларына, махсус йүнәлештәге отряд яугирҙәре ҡаршыһына сыҡмағыҙ. Улар һеҙҙе террорсы тип уйлауы бар.
- Террорсыларҙан, ишек, тәҙрә янынан мөмкин тиклем ситтәрәк булырға тырышығыҙ. Улар – иң хәүефле урындар.
- Һөжүм ваҡытында яҡтылыҡ һәм тауыш гранаталары ҡулланылыуы ихтимал: сағыу яҡтылыҡ – күҙгә, тауыш ҡолаҡтарға бәрә йәки ҡырҡыу еҫле төтөн тарала. Был осраҡта иҙәнгә ятып, күҙегеҙҙе йомоғоҙ (ыуырға ярамай), башығыҙҙы ҡул менән ҡаплағыҙ һәм ярҙам көтөгөҙ.
!!! Әгәр аманатҡа алыныусы оҙаҡ ваҡыт террорсылар менән бергә булһа, улар бергә, ә бөтә донъя уларға ҡаршы кеүек тойола башлауы ихтимал. Психологтар быны «Стокгольм синдромы» тип атай һәм был бик ҙур хата. Шуны иҫтә тотоғоҙ: бөтә осраҡта ла террорсы – ул енәйәтсе, ә аманат – уның ҡорбаны! Уларҙың уртаҡ маҡсаты булыуы мөмкин түгел!
БЕЛГЕС КӘҢӘШЕ
Елена Садыҡова, ғәмәли психолог:
Тормошта агрессиялар һәм үлтерештәр аҙыраҡ булһын өсөн нимә эшләргә?
Кешелекте үлтерештәрҙән мөмкин тиклем аралауҙың берҙән-бер юлы – ата-әсәнең балаға булған мөхәббәте, уларҙың үҙ-ара ышанысы. Балағыҙҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ. Ул күңеле менән һәр саҡ шуны тойорға, аңларға тейеш: «Әсәйем мине күрә, атайым мине аңлай, мин улар өсөн мөһим». Ул үҫәсәк һәм бер ниндәй ҙә һуғыш яҡлы булмаясаҡ. Һуғыштар дөйөм көсөргәнешлекте күтәрә алмаған, ата-әсәләр тарафынан күңеле йәрәхәтләнгән балалар үҫтерелгән йәмғиәттә генә башлана. Ошо мөһим бурысты аңлап, тап ҡатын-ҡыҙҙар (әсәйҙәр!) психологтарға йөрөй һәм күңелен дауалай. Һәм әлегә һөйөү барыһын да еңеп килә.
Читайте нас