Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың урман фондында түбәндәге муниципаль берәмектәрҙә V класлы янғын хәүефе һаҡлана: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында, шулай уҡ Өфө ҡалаһы биләмәһендә.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 15 апрелдән 24 майға тиклем төбәктә 82 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 46-һы ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан, 28 осраҡта башҡа категорияларға ҡараған ерҙәрҙән күскән, ете осраҡта тәбиғи шарттар (йәшен, быяла ҡыҙыуы һөҙөмтәһендә) сәбәпсе булған, бер осраҡта техноген объекттан күскән. Һөҙөмтәлә йыл башынан 1055,325 гектар майҙанда урман зыян күргән.
Уҙған тәүлектә 41,91 гектарҙа өс урман янғыны теркәлгән. Әлеге мәлдә Белорет районындағы Тирлән урмансылығының Верхнебельский участка урмансылығында 40 гектар яна, уны һүндереүгә 19 кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Учалы урмансылығының Өргөн участка урмансылығында 0,5 гектар майҙан зыян күргән, мәлендә һүндереп ҡалғандар. Уны һүндереүҙә 14 кеше һәм туғыҙ техника эшләгән. Бөрйән урмансылығының Бетерә участка урмансылығында 1,41 гектар урман зыян күргән, ут әле һүнмәгән. Янғынға ҡаршы көрәшкә алты кеше һәм ике техника йәлеп итәлгән. Баймаҡ урмансылығының Юлыҡ участка урмансылығына ут ситтән күсә, һөҙөмтәлә 16 гектар майҙан зыян күргән. Уны һүндереүҙә 17 кеше һәм өс техника берәмеге ҡатнашҡан.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы бойороғона ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем ҡайһы бер райондарҙа граждандарға һәм транспорт сараларына урманға инеү сикләнде. Янғынға ҡаршы режим шарттарын боҙған кешеләргә – дүрт-биш мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф янай.
Ошо хәл-торошҡа бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ay-i-rayondar-a-h-l-ki-ken-804793/