Тулыһынса йылынып өлгөрмәгән йылға, күлдәргә сумып, тартышыу арҡаһында батып үлеүселәр күбәйҙе. Ә бит йәй айы әле башланмаған да!
23 майҙа Өфөлә йәшәүсе 15 йәшлек үҫмер Дим йылғаһына һыу төшөргә китеп, әйләнеп ҡайтмай. Уны эҙләүгә ҡотҡарыусылар саҡырыла. Йылға төбө ағас ботаҡтары, ләм менён тулы булыуы арҡаһында эҙләү эштәре ҡатмарлы бара. Бөгөн иртәнсәк малайҙың йәнһеҙ кәүҙәһе водолаздар тарафынан Йоматау станцияһы эргәһендә, Дим йылғаһынан эҙләп сығарыла.
Балаларҙы, улар инде ҙур үҫкән тип, һыу ятҡылыҡтарына яңғыҙ сығарып ебәрмәгеҙ. Һыу эсендә ниндәй генә хәл булмай.