Эҫе көндәр барса халыҡты һыу буйҙарына этәрә һәм йәй башланмаҫ элек үк йылғалар үҙ ҡорбандарын йыя ла башланы.
29 майҙа Дим йылғаһында тағы бер фажиғә теркәлде. Һыу төшөп йөрөгән ерҙә 15 йәшлек ике малай бата башлай, быны күреүселәр тиҙ арала берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтырата. Үҫмерҙең берәүһен яр буйында булған ир ҡотҡарып өлгөрә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы икенсе баланы таба алмайҙар.
Ваҡиға урынына килгән водолаздар уның үле кәүҙәһен эҙләп сығара.
Ҡотҡарыусылар йылға-күл буйҙарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра.
- балалар өсөн яуаплылыҡ атайҙар һәм әсәйҙәр иңендә. Малай һәм ҡыҙҙарығыҙға һыуҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
- балаларҙы һыуға яңғыҙ ебәрмәгеҙ! Бер минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. - йөҙә белә икән, һыуҙа батмаясаҡ тип ныҡ ышанмағыҙ, һыу эсендә ниндәй генә хәл булмай.
- махсус йыһазландырылған урындарҙы, пляждарҙы һайлағыҙ, белмәгән урында һыуға һикермәгеҙ.
- ярҙан алыҫ йөҙөп китмәгеҙ.
- эҫенән ҡапыл һалҡын һыуға инмәгеҙ.
- эскән килеш һыу төшмәгеҙ.
- батҡан кешегә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнегеҙ.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте — 112.