Хәүефһеҙлек
18 Июня 2021, 06:40

Дүрт баланы юғалтырға өлгөрҙөк...

Йәй — ял итеү миҙгеле. Иҫләйһегеҙме, былтыр бер ай самаһы аномаль эҫелек торғайны? Ул саҡта аҙна һайын яҡынса ҡырҡ кеше һыуға батты. Ҡот осҡос һандар. Барлығы 118 кеше һыуҙа вафат булды. Быйылғы һыу инеү миҙгеле башланып ҡына тора, ә дүрт баланы юғалтып та өлгөрҙөк. Ялды хәүефһеҙ үткәреү тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең үҙәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды начальнигы Денис Ғабдрахманов һөйләне.

Иҫеректәр ни өсөн бата?
Батып үлеүҙең төп сәбәптәренең береһе — иҫерек килеш һыу инеү. Күптән түгел Дим йылғаһында эскән килеш һыу ингән 30 йәшлек ир батты.
Күптәр иҫерек килеш һыуға батыуҙың сәбәбе координация юғалыуҙа, тип иҫәпләй. Эскән кеше хатта тура атлай ҙа алмай бит, хәле лә тиҙ бөтә. Проблеманың сәбәбе бында ғына түгел, ә температураның һикереүендә. Алкоголь ҡабул иткәндән һуң тамырҙар киңәйә, һыуға төшкәндә ҡапыл тарая, ошо сәбәпле ҡан баҫымы күтәрелә. Әгәр йөрәктәге тамыр насар булһа — инфаркт, мейелә иһә — инсульт. Был осраҡта хәрәкәт координацияһы ла, физик әҙерлек тә ярҙам итмәй.
Балалар шым ғына, һиҙҙермәй һыу аҫтына китә
Балалар үлемен күреү айырыуса аяныслы. Водолаздарға һыу төбөнән ғүмере яңы башланып торған балаларҙы сығарыу — бик ауыр бурыс, ә ата-әсәләр иңенә төшкән ҡайғыны әйтеп аңлатҡыһыҙ.
Йыш ҡына шундай күренеште күҙәтергә мөмкин: ата-әсәләр яр буйында шешлек ҡура, араҡы эсә, ә балалар үҙаллы уйнай. Күптәр «әгәр берәй хәл булһа, бала ярҙамға саҡырасаҡ», тип уйлай. Әммә улай булмай. Балалар, ғәҙәттә, шым ғына, бер ниндәй тауыш сығармай бата. Яңылыш һыу йотто һәм бөттө. Шуға күрә уларҙы хатта бер минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Күптән түгел 15 йәшлек ике үҫмер Дим йылғаһын йөҙөп сыҡмаҡсы була. Береһе икенсеһенә — насарыраҡ йөҙгәненә ярҙам итә. Һөҙөмтәлә егет һыу йота һәм дуҫына сат йәбешеп, уны ла батыра башлай. Был хәлдең шаһиты булған балыҡсы уларҙың береһен ҡотҡарып өлгөрә, ә йөҙә белмәгән егеткә ярҙам итә алмай. Бындай хәлдәр ауыл ерҙәрендә йыш осрай, сөнки унда балалар үҙаллы йөрөй.
Һыуҙа сит балалар булмай! Әгәр ата-әсәһе иғтибарһыҙ ҡалдырыуын күрһәгеҙ, башҡа балаларға ла күҙ һалып тороғоҙ. Шул да бик мөһим: балаларҙы йөҙөргә һәм тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәтегеҙ. Тәүге ярҙам саралары бер ҡасан да кәрәк булмаһа, яҡшы, әлбиттә, әммә тап уларҙы белеү кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итеүе бар.
Кисә таҙа ине, бөгөн юҡ
Һыуҙа башҡа төрлө фажиғәле хәлдәр ҙә йыш осрай: быяла ярсығына баҫып яраланыу, сумғанда йәки ярҙан һикергәндә һыу төбөндәге ташҡа бәрелеү. Ҡотҡа-рыусыларға көн һайын тиерлек ял итеүселәргә ярҙам итергә тура килә. Һыу ятҡылығының ниндәй хәүеф-хәтәр һаҡлауын бер кем дә белмәй. Бөгөн таҙа булған урында иртәгә ниндәйҙер төпһә йәки башҡа нимә ятыуы ихтимал.
Былтыр Өфөлә паром туҡталышында үҫмер батты. Малай йөҙә белмәгән, шуға күрә һыу кисеп кенә йөрөгән. Паром туҡтаған урында ул ҡапыл һыу төбөнә китә, сөнки бындай урындарҙа йылға төбө тигеҙ булмай. Үкенескә ҡаршы, балаға бер кем дә ярҙамға килеп өлгөрмәй, уның кәүҙәһен водолаздар сығарҙы.
Беҙ ярҙам итәбеҙ, әммә бөтә йылға, күл һәм быуаларҙы контролдә тотоу мөмкин түгел. Йыл һайын яҙғыһын муниципалитеттар рәсми пляждарҙы һыу инеү миҙгеленә әҙерләй: дезинфекция үткәрә, һыу төптәрен быяла, ылымыҡтан таҙалай. Эҫе мәлдәрҙә уларҙа иртәнән кискә тиклем ҡотҡарыу постары эшләй.
Йөҙөү матрастары – хәүефле әйбер
Былтырғы һыу инеү миҙгелендә ҡотҡарыусылар бик күп тапҡыр Ағиҙелдә ағым менән тәрәнгә йөҙөп киткән «матраслыларҙы» ҡотҡарҙы. Ике биш литрлы баллонды бергә бәйләп, алыҫ араға йөҙөп маташҡан хыялыйҙар ҙа табыла. Быныһы инде моңһоҙлоҡтоң сиге!
Бер нисә йыл элек балалар баллондарҙы, бүрәнәләрҙе бергә бәйләп, Дим йылғаһы буйлап йөҙөргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә һал таралып, балалар һыуға төшөп китә. Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамлана. Әммә һәр ваҡыт улай булмауы ла ихтимал.
Бындай матрастар йоҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙы һыу ингәндә ҡул-ланырға ярамай, был бик хәүефле шөғөл. Инструкцияла ла ошо хаҡта яҙылған. Үтә ҙур һәм ҡалын булыуҙары арҡаһында бындай матрасты бөгөп, ҡулайлаштырып булмай, ә саҡ ҡына ел иҫтеме, улар елкәнгә «әйләнә».
Читайте нас