Ағымдағы йылда Башҡортостандың ҡалалары янындағы сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн 61,6 миллион һум аҡса бүленә, тип белдерә төбәк Экологияһы министрлығы.
Ведомство билдәләүенсә, был “Экология” милли проектына ингән “Таҙа ил” программаһына буйынса эшләнә. Әлеге ваҡытта Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм “Михайловский” сәнәғәт ҡалдыҡтары сүплектәрен рекультивациялау буйынса проектлау эштәре бара.