Былтыр илдә йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл фажиғәләре һаны 18 процентҡа кәмегән, юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың дисциплинаһы ла артҡан. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә хәл киҫкен ҡала әле. Тап шуларҙа йәйәүлеләргә иғтибар йүнәлтеү маҡсатында төрлө семинарҙар, консультациялар, тренингылар үткәреләсәк.