Башҡортостанда 1015 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексы эшләй, 946-һы – стационар, 63-ө – күсмә, алтауһы — мобиль комплекс. Былтыр «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проектының «Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм система саралары» төбәк проекты сиктәрендә 471 фотовидеотеркәү комплексы сафҡа индерелде.
2021 йылдың башынан Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа юл фажиғәләренең артыуы сәбәпле, республика етәксеһе Радий Хәбиров федераль әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарында өҫтәп 100 берәмек юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотовидеотеркәү комплексын ҡуйырға ҡушты. Был фотовидеотеркәү комплекстарын ошо йылдың 20 авгусына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.