Хәүефһеҙлек
23 Июля 2021, 05:16

Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ

Быйыл май айынан башлап көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы, яуым-төшөмдең һирәк кенә яуыуы урмандарҙа янғын сығыу хәүефен арттырҙы.

Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡТәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ
Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ

Быйыл май айынан башлап көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы, яуым-төшөмдең һирәк кенә яуыуы урмандарҙа янғын сығыу хәүефен арттырҙы.

— Район биләмәһендә бөгөнгә өс урман янғыны теркәлде. Күсемдә уттан 1,8 гектар урман зыян күрҙе. Бында ут сығыуға, шулай уҡ Ҡаҙмаш урмансылығында ошо көндәрҙә булған янғында кешеләр ғәйепле. Уларҙың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә урмандар зыян күрҙе. Быйыл ямғырһыҙ йәшен йәшнәү осраҡтары күп. Хәмит урмансылығында ағасты йәшен һуғып, шунан янғын сығып китте, бында 1,7 гектар ергә зыян килтерелде, — тип һөйләй Әбйәлил урмансылығы буйынса бүлектең урмандарҙы һаҡлау инженеры Азамат Ғәйфуллин. — БР Урман хужалығы бойороғона ярашлы район биләмәһендә 25 июлгә тиклем халыҡҡа урманға йөрөү тыйылды, тәбиғәткә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтермәҫ өсөн халыҡтың был хәлде аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ.
— Үҙебеҙҙә булған техника менән тракторсы Фәтих Хамматов, водитель Илгиз Мөхәмәткилдиндар менән берлектә район янғындарын һүндереүҙән тыш, Белорет һәм Бөрйән райондары биләмәһе урмандарында сыҡҡан утты һүндереүгә лә сыҡтыҡ, — ти Асҡарҙағы урман янғындарын һүндереү бригадаһы бригадиры Әсғәт Хамматов. — Урман янғынынан уттың ауылдарға тоҡанып китеү ҡурҡынысы ҙур, шуны онотмаһын ине кешеләр.
Күптән түгел күрше Силәбе өлкәһе Ҡарталы районындағы урман янғындары хаҡында һәр кем хәбәрҙарҙыр. Көндәрҙең эҫе тороуы, өҫтәүенә көслө ел-дауыл булыуы арҡаһында янғын Запасное һәм Джабык ҡасабаларына барып етте. Һөҙөмтәлә был ауылдарҙағы иллеләп йорт янып юҡҡа сыҡты. Шулай булғас уйланырға урын бар, хөрмәтле яҡташтар, ут менән һаҡ эш итәйек, үҙебеҙҙе лә, тәбиғәтебеҙҙе лә һаҡлайыҡ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас