Хәүефһеҙлек
23 Июля 2021, 08:00

Йәнгелгә – янғын һүндереү тағылмаһы

Бөгөн Йәнгел ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадиров БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡулынан өр-яңы тағылма документтарын алды

Йәнгелгә – янғын һүндереү тағылмаһыЙәнгелгә – янғын һүндереү тағылмаһы
Йәнгелгә – янғын һүндереү тағылмаһы

 Өфө районының Шамонин ауылында уҙған тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы начальнигы Марат Латыпов, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты. Райондарға 15 берәмек янғын һүндереү насосы булған тағылмалар тапшырылды. Улар ирекле янғын һүндереү командалары өсөн тәғәйенләнгән. Район үҙәктәренән, янғын һүндереү частарынан алыҫта урынлашҡан ауылдар өсөн был бик кәрәкле техника.

  Муниципаль берәмектәрҙе янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән тағылмалар менән тәьмин итеү "Тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр хәүефен кәметеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү" дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 2018 йылдан алып 159 берәмек янғын һүндереү техникаһы бирелһә, йыл башынан 30 тағылма райондарға тапшырылған. Улар тулыһынса комплектланған, цистернаға дүрт кубометр һыу һыйҙырышлы.

 15 район араһында беҙҙән, Йәнгел биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Ҡадиров сарала ҡатнашты һәм БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡулынан өр-яңы тағылма документтарын алды.

  - Бигерәк тә әлеге ҡоро көндәрҙә, яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефе көслө. Был тағылманы үҙебеҙҙең ГАЗ-66 автомобиленә ҡороп алырға ниәтләйбеҙ. Ҡышҡылыҡҡа йылы гаражыбыҙ ҙа әҙер, - тине Рөстәм Эрнст улы. - Ут сыҡҡан осраҡта Асҡарҙан янғын һүндереү машинаһы килеп еткәнсе, хәҙер үҙебеҙ һүндерә торасаҡбыҙ. Әлбиттә, янғындар әҙерәк булһын тип теләгем килә.

 

 

 



 

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас