Хәүефһеҙлек
24 Июля 2021, 03:55

Машинаның фараларын яндырмаһаң-штраф

Көҙҙән ун ике төбәктә һүндерелгән фара менән йөрөгән автомобилдәрҙе юл  камералары юл ҡәғиҙәһен боҙоусы булараҡ теркәй башлай.  

Көҙҙән ун ике төбәктә һүндерелгән фара менән йөрөгән автомобилдәрҙе юл  камералары юл ҡәғиҙәһен боҙоусы булараҡ теркәй башлай.

Ошо төбәктәрҙең  мең ярым камераһын хеҙмәтләндереүсе “Астролаб” компанияһы яңы технологияны ҡуйылғандарына көйләп индерергә уйлай.  Башта һынау өсөн  Мәскәүҙә, унан башҡа төбәктәрҙә, атап әйткәндә, Ҡырымда, Ҡабарҙы-Балҡар республикаһында,  Ульяновск, Красноярск, Омск, Иркутск, Тверь,  Волгоград өлкәләрендә ошондай эштәр планлаштырыла. Әлеге ваҡытта бындай төр юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға  500 һум штраф янай.

Машинаның фараларын яндырмаһаң-штраф
Машинаның фараларын яндырмаһаң-штраф
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас