Хәүефһеҙлек
28 Июля 2021, 07:09

Айыу туристы үлтергән

Красноярск крайындағы “Ергак” тәбиғәт паркында дүрт кешенән торған туристар төркөмөнә айыу һөжүм иткән.

Красноярск крайындағы “Ергак” тәбиғәт паркында дүрт кешенән торған туристар төркөмөнә айыу һөжүм иткән.

      Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туристар Ардын тауы һыртында лагерь ҡороп киске ялға әҙерләнә һәм ошо  ваҡытта ҡырағай йыртҡыс  уларға ташлана. Ҡапыл килеп сыҡҡан был хәлдән,  өсәүһе ҡасып ҡотола, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе айыуҙың ҡорбаны була.  

    Әйткәндәй, яңыраҡ Ҡырҡты тауы итәгендә лә ошондай осраҡ тураһындә социаль селтәрҙәрҙә булғайны. Унда Мәғнит ҡалаһынан 6 кешенән торған ҡырағай ял итеүселәр лагерына айыу килә һәм  төнө буйы шул тирәлә йөрөп сыға.

Айыу туристы үлтергән
Айыу туристы үлтергән
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас