Красноярск крайы “Ергәк” тәбиғәт паркында туристарға һөжүм иткән айыуҙы атҡандар. Әлеге мәлдә йыртҡыстан алынған биоматериал , шул үлтереүсе айыу булыуын билдәләү өсөн генетик экспертизаға ебәрелгән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, дүрт кешенән торған туристар төркөмөнә айыу һөжүм итә. Өсәүһе ҡасып ҡотола, берәүһе айыуҙың ҡорбаны була. Һуңынан оператив –тикшереү төркөмө палаткалы лагерь янында йыртҡыланып ташланған 42 йәшлек туристың кәүҙәһен таба.