Хәүефһеҙлек
30 Июля 2021, 10:10

Хеҙмәт итергә теләһәң...

Башҡортостанда  һөнәри армия булдырыла. Запастағы һалдаттар һәм офицерҙарға  хәрби частар менән контракт төҙөп, мобилизацияланған кешеләр резервына инергә тәҡдим ителә.

Башҡортостанда  һөнәри армия булдырыла. Запастағы һалдаттар һәм офицерҙарға  хәрби частар менән контракт төҙөп, мобилизацияланған кешеләр резервына инергә тәҡдим ителә.

Мобилизацияланған кешеләр резервы — юғары моблизациялау әҙерлегендә булған запастағы кешеләр. Резервта булғандарҙан мобиль төркөмдәр төҙөлә, улар кәрәк булғанда төрлө хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн, шул иҫәптән ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуғанда ярҙамға йәлеп ителәсәк.

Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан йәки юғары уҡыу йорттарының хәрби кафедраһын тамамлағандар ойошмаларҙа эшләп йөрөгән вазифаларында ҡала, әммә резервта булыуға контракт төҙөгәс, алдан раҫланған графикка ярашлы хәрби сборҙарҙа ҡатнаша. Тик был йәше буйынса тура килгәндәрҙән резервистарҙы сборҙарға йыйыуҙан айырыла. Хәҙер һүҙ хәрбиҙәрҙе һөнәри әҙерләү хаҡында бара. Башҡортостанда резервистар Алкино-2 хәрби часында әҙерлек үтәсәк.

Резервистарға аҡса түләнәсәк. Хәрби йыйындар булмаған осорҙа резервистар үҙҙәренең ғәҙәти эшен башҡара. Шул уҡ ваҡытта офицерҙар айына 4000-5000 һум, һалдат һәм сержанттар 2000-3500 һум пособие аласаҡ. Хәрби йыйындар осоронда, ул йылына бер тапҡыр уҙасаҡ, офицерҙарға — 50, һалдаттарға 25 мең һумға тиклем түләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта эш урыны буйынса уртаса эш хаҡы ла һаҡланасаҡ. Резервистарҙы сборҙар ваҡытында кейем менән тәьмин итеү ҡаралған һәм улар көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатыла.

Элек хәрби әҙерлек үткән һәр кем контракт төҙөй ала. Тик сәләмәтлек буйынса сикләүҙәр бар, барыһы ла медицина тикшереүе үтәсәк. Шулай уҡ йәш буйынса сикләүҙәр ҙә бар. Һалдат, сержант, прапорщиктар 40 йәшкә тиклем алына. Бәләкәй лейтенант, өлкән лейтенант, капитан, капитан-лейтенант — 47, майор, 3 ранг капитаны, подполковник, 2 ранг капитаны — 52, полковник, беренсе ранг капитаны 57 йәшкә тиклем алына. А, Б яраҡлылыҡ категориялары булыуы мотлаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте район хәрби комиссариатынан алырға була. Был хаҡта шулай уҡ 2-12-86 (тәүлек әйләнәһенә), 2-12-95 шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас