

Көндәрҙең үтә эҫе тороуы һәм ямғырҙарҙың яумауы сәбәпле тотош республика биләмәһендә янғын хәүефе көслө. Һуңғы көндәрҙә Урал аръяғы райондарын ғына алһаҡ та, һәр ерҙә көслө янғындар тураһында хәбәрҙәр килеп тора.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, янғын хәүефһеҙлеге ҙур булған осорҙа, йәғни 15 апрелдән бөгөнгә тиклем республикала 298 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 87-һе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡҡан.
Нисә көн инде Хәйбулла районында көслө янғын, ул ауылдарға яҡынлаша. Йылайыр районында ла шундай уҡ хәл. Бөрйән урмандарында ла тыныс түгел. Ейәнсура, Күгәрсен райондарында урмандарҙа ут сығыу осраҡтары хаҡында хәбәр итәләр.
Әлеге ваҡытта һәр ерҙә янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр уттың артабан таралыуына юл ҡуймау буйынса эштәрен дауам итәләр. Был эшкә бөгөнгө көндә республиканың «Урман янғыны үҙәге» техникаһы һәм белгестәре, Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетынан көстәр йәлеп ителә.
Күмәк көс менән ут һүндерелгән урындарҙа дежурлыҡ итеү ойошторола, сөнки күпмелер ваҡыттан һуң уның кире тоҡанып китеү ихтималлығы ҙур.
— Август башынан бөгөнгәсә район биләмәһендә ете янғын осрағы теркәлде, — ти Әбйәлил урмансылығы буйынса бүлектең урмандарҙы һаҡлау инженеры Азамат Ғәйфуллин. — Асҡар менән Дауыт араһындағы урманда ут сыҡты. Бер аҙҙан Дауыт Ҡырҡтыһы буйындағы урманда янғын сығыу тураһында хәбәр алынды. Яңы Абҙаҡта бер гектар урман янып тәләфләнде. Йәкшәмбелә Теләш Ҡырҡтыһын ут ялманы.
Азамат Ильяс улы әйтеүенсә, янғын йәшен һуғыуҙан сыға йәки утҡа ҡояшта ҡыҙған быяла ярсығы ла сәбәпсе булған осраҡтар бар. Шулай ҙа урманда ут сығыуҙа күпселектә кешеләр үҙҙәре ғәйепле.
Республика урман хужалығының урмандарға сығыуҙы ваҡытлыса тыйыу тураһында ҡарары булһа ла, тәбиғәт ҡосағына ялға йөрөүселәр һаны кәмемәй. Ул ғына ла түгел, ҡырҙа шешлек бешереү өсөн ут яғалар, ашап-эсеп, ял итеп ҡайтып китәләр, ә усаҡтың тулыһынса һүнеү-һүнмәүе уларҙы борсомай ҙа. Шырпыһыҙ ҙа тоҡанырға әҙер торған үләнгә бер осҡон етә. Ҡоролоҡ шарттарында янғынды һүндереүе анһат түгел, тәбиғәтебеҙгә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерелә: ағастар, йәнлек-ҡоштар янып юҡҡа сыға.
Синоптиктар киләһе көндәрҙә лә һауа температураһының юғары булыуын хәбәр итә. Шулай булғас, иғтибарлы һәм уяу булайыҡ. Янғын сығыуға юл ҡуймайыҡ.
Әгәр һеҙ урман янғынын күрһәгеҙ, авария хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ:
– урман һағының берҙәм бушлай телефоны 8-800-100-94-00;
– Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәте 8-347-218-14-14;
– ҡотҡарыу хеҙмәте 112;
– янғын хеҙмәте – 01.