Йыл аҙағына тиклем Башҡортостандың автомобиль юл трассаларына “Ростелеком” кампанияһы 500 фото-видеотеркәү комплекстары ҡуясаҡ.
Уларҙың күбеһе Өфө, Стөрлетамаҡ, Салауат, Күмертау һәм Нефтекамала һәм йөҙҙән ашыуы муниципаль трассаларға тура килә. Фото-видеотеркәүсе камералар юл хәрәкәте көсөргәнешле, авариялар күп теркәлгән юл участкаларына ҡуйыла. “Беҙ юл камераларын ҡуйғандан һуң юлдың был урындарында хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә, тиҙлек режимы күҙәтелә, хәүефле уҙыуҙар кәмей, водителдәр йәйәүлеләр үткән урындарҙа һаҡсыллыҡ күрһәтә. Иң мөһиме, юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмей, кешеләрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға булышлыҡ итә”, - тип билдәләй “Ростелеком” компанияһы вице-президенты Игорь Зимин. 310 комплекс тиҙлек режимын күҙәтеүгә, 170-е йәйәүлеләр үткәүелдәрендәге хәлде контролдә тотоуға, 18-е светофорҙар ҡуйылған урындарҙа, ике камера туҡтау һәм туҡталыш юл ҡағиҙәләрен күҙәтмәү осраҡтарын теркәүгә тәғәйенләнгән.
Бер үк ваҡытта был камералар бер нисә ҡағиҙәне боҙоу осраҡтарын, атап әйткәндә тиҙлекте арттырыу, тыйылған урында юл һыҙаты ситендә туҡтап тороу, автобустар йөрөргә тейеш һыҙаттан хәрәкәт итеү, трамвай юлына сығыу, светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда туҡтамай юл киҫелешен үтеү, йәйәүлеләрҙе үткәрергә тейеш ҡағиҙәне боҙоу осраҡтарын теркәй ала. Был ҡоролмалар тәүлек әйләнәһенә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан эшләй. Башҡортостанда “Ростелеком” компанияһы тормошҡа ашырған юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендәге был проект, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә эшләп килә. Үткән ике йыл эсендә был компания республиканың 62 муниципалитетында 621 фото-видеотеркәү комплексын ҡуйыуға өлгәшкән.