

Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәктәп автобустарының техник торошо тикшерелде. Райондың бөтә белем усаҡтарынан килгән автобустар «Уңыш» стадионы янына тигеҙ рәт булып теҙелде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекторы Әхтәм Мостафин транспорт сараларын ентекләп ҡараны. Ул иң тәүҙә техник төҙөклөктө тикшерҙе, шулай уҡ ГЛОНАСС, төҫлө сигнализация, ашығыс ишектәр асылыу төймәһе, тахографтар һәм водитель картаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының дөрөҫ эшләүенә иғтибар бирҙе.
— Йылдан-йыл мәктәп автобустарына талаптар арта. Уҡыусыларҙы ташыуҙы хәүефһеҙ итеү өсөн дәүләт техник тикшереүе үтеү мотлаҡ, — тине Әхтәм Марат улы. — Транспорт сараларын ғына түгел, водителдәрҙе лә тикшерәбеҙ. Һуңғы бер йыл дауамында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәки руль артында эсеп тотолғандар эшкә алынмай.
Бынан тыш, водителдәр һәр иртә рейсҡа сығыр алдынан медиктан һәм механиктан рөхсәт алырға тейеш. Был документтар тәртиптә булмағанда йәки рөхсәтһеҙ сыҡҡан осраҡта мәктәп директоры яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
— Тағы шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә, мәктәп автобустарының йөрөү ваҡыты һәм графигы раҫланған, туҡталыш урындары билдәләнгән. Ул үҙ ирке менән уны боҙорға тейеш түгел, — тине Ә. Мостафин. — Юғиһә, ата-әсәләр балама туҡталыш урыны алыҫ, теге йәки был урында төшөрһөн, алһын тип һорай, һуңынан водителде ғәйепләй.
— Районда бөтәһе 37 мәктәп автобусы иҫәпләнә, улар ике мең баланы ташый. Ағымдағы йылда Сиҙәм һәм Михайловка мәктәптәренә яңы автобус бирелде, — тине район мәғариф бүлеге етәксеһенең хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Данир Сәлимйәнов. — Яңы уҡыу йылында Таштимер, Ҡаҙмаш, Буранғол белем усаҡтарына ла булыр тип көтәбеҙ. Бөтә автобустар ҙа дәүләт стандарттарына тура килтерелгән. Тик водителдәргә ҡытлыҡ булыуы проблема, әлеге ваҡытта күбеһенсә ололар эшләй. Йәштәр килмәй, сөнки талаптар арта бара.
40 йылдан ашыу водитель стажына эйә Вәкил Ғәлиәкбәров (һүрәттә) Сиҙәм урта мәктәбендә тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Яңы уҡыу йылында өр-яңы «Форд-Транзит» микроавтобусында балаларҙы ташыясаҡ. 14 урынлыҡ уңайлы автобуста Северный һәм Булат ауылдарында йәшәүсе балалар йөрөйәсәк.
Коронавирус инфекцияһын таратмау маҡсатында мәктәптәр водителдәрҙең рейс һайын тикшереү үтеүен һәм тән температураһы үлсәнеүҙе контролдә тотасаҡ. Бынан тыш, улар битлек режимын үтәргә тейеш. Юлға сыҡҡансы һәм хәрәкәт тамамланғас, автобустарҙы елләтәсәктәр, салонда еүеш йыйыштырыу үткәрәсәктәр.