Уны БР Башлығы Радий Хәбиров алып барҙы.
«Беҙҙең төп маҡсат – белем биреү учреждениеларында, йәштәр ойошмаларында, вуздарҙа террористик һәм экстремистик ағымдарҙы иҫкәртеү», - тине Радий Фәрит улы.
Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе Урал Килсенбаев республикала конфессия-ара һәм милләт-ара татыулыҡ хакимлыҡ итеүен билдәләне, шулай ҙа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн хәүефле булған веб-ресурстарҙы террористик элементтарға тикшереү һәм ябыу буйынса эш алып барыла тине.