Радий Хәбиров Хәйбулла районында булғанда урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусылар менән осрашты . Унда быйыл август айында янғындарҙы һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре лә булды.
–Мин һеҙҙең менән осрашырға һәм рәхмәт белдерергә килдем. Һеҙҙең тырышлыҡ менән ут ауылдарға үтеп инмәне, янғындың таралыуына юл ҡуйылманы. Урман янғындарын оператив һүндереү һөҙөмтәһендә ҙур юғалтыуҙар булманы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт, — тине республика башлығы.
Был көндө урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашҡан бер төркөм кешеләр дәүләт наградаларына лайыҡ булды, улар араһында һөнәре буйынса янғын һүндереүселәр генә түгел, урмансылар, уҡытыусылар, студенттар, ауыл халҡы һәм башҡа бик күптәр бар.
ауылдарҙың ирекле янғын һүндереү дружиналарына махсус кейемдәр һәм эпикировка тапшырылды.