Хәүефһеҙлек
10 Сентября 2021, 05:31

Ҡағиҙәләрҙе бәләкәйҙән белһендәр

Өлкәндәрҙең бурысы — балаларыбыҙҙы ҡатмарлы ҡорамалдар менән хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәтеү һәм электр уты хәүефле булыуын аңлатыу.

Замана балалары бәләкәй генә сағынан уҡ электроника, электр ҡорамалдары менән яҡындан таныш — улар телефон, планшеттарҙа уйнап ваҡыт үткәрә, ә үҫә төшкәс, компьютер ярҙамында белем алыуҙан ситтә тороп ҡала алмай. Был тормош талабы. Әммә беҙҙең, өлкәндәрҙең бурысы — балаларыбыҙҙы ҡатмарлы ҡорамалдар менән хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәтеү һәм электр уты хәүефле булыуын аңлатыу.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәгән балаларҙың электр ҡорамалына ҡағылып, йәрәхәт алыу, хатта һәләк булыу осраҡтары илдә арта бара. Бының сәбәбе ябай: бәләкәстәр эшләп торған электр ҡорамалының ҡурҡыныс тыуҙырыуын аңламай һәм йыш ҡына трансформатор, электр линиялары янында уйнай.
Шундай фажиғәле осраҡтарҙың береһе быйыл Красноярск ҡалаһында теркәлде. Үҫмер торлаҡ йорттар янында урынлашҡан трансформатор подстанцияһына яҡын килә һәм уға ҡағылып, токтан һуғылыуы сәбәпле, ваҡиға урынында һәләк була. Трансформаторҙа «Һаҡ булығыҙ!» тигән билдә торһа ла, балалар уны уҡымай йә иғтибар итмәй. Тверь өлкәһендә бер төркөм үҫмерҙәр ҙә трансформатор биләмәһенә үтеп инә һәм уларҙың берәүһе электр щитын асырға маташа. Ошо арҡала ул көсөргәнеш аҫтында булған кабелгә тейеп, үлемесле йәрәхәт ала. Иҫән ҡалған осраҡта ла, электр тогы балаға ҡот осҡос йәрәхәттәр һала — уның тәне яна, ҡулдары зыян күрә, хатта ампутацияға дусар була.
Шуның өсөн балаларға бәләкәйҙән үк трансформаторҙар янына яҡын барыу тыйыла икәнлеген ныҡлы аңлатыу кәрәк. Электр тогы үткән ҡорамалдарға ҡағылыу түгел, яҡынлашыу ҙа хәүефле тип һөйләгеҙ. Бынан тыш өйҙә булған электр ҡорамалдары менән хәүефһеҙ ҡулланырға өйрәтегеҙ. Түбәндәге ябай ҡағиҙәләрҙе баланың аңына һеңдереүегеҙ һорала.
- трансформатор һәм башҡа электр ҡоролмаларына яҡын бармаҫҡа;
- бындай объекттар кәртәләнгән булһа, ҡойма аша төшмәҫкә;
- электр линиялары бағаналарына менмәҫкә;
- электр линияһы бағанаһынан сым ысҡынып төшөп торһа, уға ҡағылмаҫҡа, өлкәндәрҙе саҡырырға;
- урамдарҙы яҡтыртыу лампаларын ярмаҫҡа;
- электр линиялары булған урында шарҙар, башҡа уйынсыҡтар осормаҫҡа;
- «Һаҡ булығыҙ! Хәүефле!» тип яҙылған объектҡа яҡын ерҙә уйнамаҫҡа;
- өйҙәге электр ҡорамалдарына еүеш ҡул менән теймәҫкә;
- төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын ҡулланмаҫҡа.
Һәм иң мөһиме — электр уты тоташтырылған ҡорамалдарҙы нисек дөрөҫ ҡулланыуҙы үҙегеҙҙең миҫалығыҙҙа күрһәтергә кәрәк.
Х. РӘСҮЛЕВ.

Автор:
Читайте нас