Был ҡарар үҙ көсөнә ингән осраҡта алты йыл дауамында ғәмәлдә буласаҡ.
Бындай ҡарар ни өсөн кәрәк? «Һанлы иҡтисад» милли проекты тарафынан бойомға ашырылған сара ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында өҫтөнлөклө ведомстволарға ғына телефон бәйләнешен ҡулланыу мөмкинлеген бирәсәк. Улар: Эске эштәр, Оборона, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары, Федераль именлек хеҙмәте, тышҡы разведка хеҙмәте, Юстиция министрлығы һәм Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәре. Ә башҡалар шылтыратып линияларҙы ҡапламаясаҡ.
Дәүләт именлеген һаҡлау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм тәбиғи һәләкәттәр эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү өсөн был иң ҡулай сара, тип иҫәпләйҙәр РФ Хөкүмәтендә.